Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтар һәм уҡыусылар иғтибарына «Рәсәйҙең көсө - халыҡтар берҙәмлегендә» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Новости
Инвалид балаларға уларҙың социаль яраҡлашыуына, тулы ҡиммәтле, шәхси һәм интеллектуаль үҫешенә, инвалид балаларҙа уҡыуға тотороҡло ихтыяж тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү маҡсатында 2026 йылда С. Т. Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға инвалид балалар араһында «Аксаковтың тылсымлы донъяһы» Республика ижади конкурсы үткәрелә.
«Мин донъяны йөрәгем менән күрәм» инклюзив клубында пробкаларҙан подставкалар эшләү буйынса ҡыҙыҡлы һәм файҙалы оҫталыҡ дәресе үтте. Был сара ҡатнашыусылар өсөн үҙенсәлекле әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән яһап, фантазия һәм ижади һәләттәрен күрһәтеү өсөн бик яҡшы сәбәп була.
Ойоштороусылар материал менән эшләү нигеҙҙәрен өйрәтеүгә айырыуса иғтибар бүлә, файҙалы кәңәштәр һәм тәҡдимдәр бирә. Пробкаларҙы ҡулланыу-экологик ҡараш, ул материалдарҙы ҡабаттан ҡулланырға ярҙам итә, был хәҙерге донъяла айырыуса мөһим.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »


