“Салауат. Тәүбә итеү.” китабы һанлы форматта сыҡты.
"Композитор Салауат Низаметдинов үлем тураһында уйланманы ла, йыйынманы ла, ләкин шулай килеп сыҡты. Күп нимәгә өлгөрҙө, ләкин бөтә уйҙарын тормошҡа ашыра алманы. Үҙенең иң яҡшы тип һанаған, һигеҙенсе операһының постановкаһын планлаштыра. Башҡортостан Республикаһының һәм үҙенең яратҡан Өфө ҡалаһының хәҙерге мәҙәниәтенең торошо тураһында ныҡ борсола. Президенттың уға ҡарата ярҙамы булыуына ҡыуанды һәм ғорурланды.Салауат кем менән бер тигеҙ һөйләшергә, ә кемгәлер бөтөнләй үҙенең йөрәгенә юлды ябыуҙы нескә тоя. Ошолай итеп ул йәшәй һәм ижад итә. Яҙған әҫәрҙәре араһында “Салауат. Тәүбә итеү.” тигән китабы айырым урын алып тора. Унда тарихи персонаждар һәм үткәнде хәтерләүҙәр, ысын барлыҡ һәм киләсәк оҫта аралашҡан".
Виктория Симонованын иҫтәлектәренән: "Ул үҙенең ваҡытын һиҙгер ҡорал кеүек тоя һәм беҙгә нәфис образдарҙа көйҙәрен еткерә. Тормош Салауатҡа бик үк изгелекле булмаһа ла, ул уның яратҡан кешеһе. Хәҙер генә аңланым - ҡайҙа уның ҡабаланғанын. Салауат Низаметдиновтан бына тағы бер һабаҡ, ваҡыттың ҡиммәтле булыуы тураһында. Аяуһыҙ, ләкин аңлайышлы."
Китап Башҡортостанда төрлө форматта һәм төрлө категория уҡыусыларына ярашлы баҫылған. Яҫы баҫмалы ҙурайтылған шрифлы насар күреүсе уҡыусылар өсөн, рельефлы нөктә шрифлы (Л.Брайль буйынса) һуҡыр уҡыусылар һәм Брайлдең азбукаһын белеүселәр өсөн. Ошо аҙнала ғына Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында тауыш яҙҙырыу студияһында Салауат Низаметдиновтың “Салауат. Тәүбә итеү.” тигән китабының тауышлы версияһын яҙҙырыу эше бөттө. Хәҙерге ваҡытта был әҫәрҙе авторҙың договоры нигеҙендә һанлы форматта һәм махсус китапхананың мәғлүмәттәр базаһынан күсереп алыу мөмкинлеге бар.


Макарим Хусаинович Тухватшин










