Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Рәсәйҙең берҙәмлектә көсө» сағыу әҙәби-музыкаль байрамын үткәрелде. Программала Өфө районы, Чесноковка ауылы балалар сәнғәт мәктәбенең һәләтле уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡарыуында музыкаль номерҙар яңғыраны. Уларҙың сығыштары ҡунаҡтарға илһам һәм шатлыҡ минуттары бүләк итеп, кисәнең ысын биҙәге булып торҙо. Алып барыусы күп милләтле Рәсәйҙе берләштергән халыҡтарҙың традицияларын һәм берҙәмлеген һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Новости
30.10.2025
Профессиональ практикумдың икенсе көнөндә «Асыҡ мәҙәниәт» һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәҙәни мөхиттең инклюзивлығына һәм асыҡлығына арналған лекциялар һәм саралар программаһы үтте. "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгенең инклюзив ижади лаборатория мөдире Марс Сәйетғәлин лаборатория эше хаҡында һөйләне. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге тифлопедагогы Юрий Панчишин архитектура, мәғлүмәт һәм ситуатив ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен яҡтыртты.
29.10.2025
29 октябрь «Торатау» Конгресс-холында инклюзияны үҫтереүгә һәм Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән профессиональ практикум старт алды.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- …
- следующая ›
- последняя »





Макарим Хусаинович Тухватшин











