Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө
Рәсәй флагы көнө - рәсәйҙәрҙең бөтә быуындары байрамы, бөйөк ил тарихына хөрмәт. Өс төҫлө флаг Рәсәй дәүләте барлыҡҡа килеү менән тығыҙ бәйле, ул хәрби еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар символына әүерелә. Йыл һайын 22 августа бөтә рәсәйҙәр Рәсәй федерацияһының дәүләт флагы көнөн билдәләй.
Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙең мөһим аспекттарының береһе булып балаларҙы Рәсәй Федерацияһының дәүләт символдарына йәлеп итеү тора. Был тыуған илгә ихтирам тәрбиәләүгә һәм үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһының Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре Бәләбәйҙең 37-се «Еләк»махсус башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында патриотик дәрес үткәрҙе. Сараның маҡсаты - мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы Рәсәйҙең дәүләт символдары, шул иҫәптән флаг тарихы һәм уны ҡулланыу ҡағиҙәләре менән таныштырыу.
Шулай уҡ, ҡатнашыусыларҙың белемен тикшереү өсөн хеҙмәткәрҙәр «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге китапхананың рәсми битендә интерактив викторина әҙерләгән. Викторина һәр ҡатнашыусыға Рәсәйҙең дәүләт символдары тураһында белем кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирә.


Макарим Хусаинович Тухватшин











