новогодний календарь
Девяностолетие библиотеки

Новости

10.12.2025
Василий Гроссман яҙыусы һәм уның ваҡыты
Василий Гроссман күренекле совет яҙыусыһы һәм хәрби хәбәрсе, «Тормош һәм яҙмыш» романы авторы. Был роман XX быуат рус әҙәбиәтенең Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле ваҡиғаларына һәм һуғыш шарттарында ябай кешеләрҙең яҙмышына арналған төп әҫәрҙәренең береһе тип таныла. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Василий Гроссмандың тормошона һәм ижадына арналған виртуаль китап күргәҙмәһенә саҡыра. Махсус роликта уның биографияһы, төп әҫәрҙәре һәм китаптары ижад ителгән тарихи контексы тураһында бәйән ителә.
10.12.2025
WWW.КУЛЬТУРА.РФ - мәҙәниәт буйынса гид
Ил тарихы һәм сәнғәте тураһында күберәк белегеҙ, фильмдар ҡарағыҙ һәм Мәҙәниәт.рф порталында мәҙәни ял көндәрен планлаштырығыҙ. Майҙансыҡта 155 меңдән ашыу берәмек контент, шул иҫәптән мәҡәләләр, интервьюлар, интерактив текстар һәм Рәсәй нәфис, документаль һәм анимация фильмдары, төрлө йылдарҙағы һирәк спектаклдәр, дөйөм белем биреү лекциялары һәм классик әҙәбиәт архивы тупланған.
09.12.2025
Инклюзив арт-клубта яңы йыл ижади шөғөлө

М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Яңы йылға арналған «Мин донъяны йөрәк менән күрәм» инклюзив арт-клубында сираттағы ижади дәрес үтте.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.