М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған «Беҙ был хәтергә тоғро» фотокүргәҙмәһе үтә. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарихы музейы тәҡдим иткән экспозиция, ауыр яраланыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәткә хеҙмәт итеүен дауам иткән кешеләрҙең ҡаһарманлығы һәм сыҙамлығы тураһында хәтерҙе һаҡларға тейеш.
Настройки шрифта:
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой


