Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһында джаз музыкаһы концерты үтте. Сәхнәлә Өфө сәнғәт училищеһының (колледж) эстрада‑джаз бүлегенән һәләтле студенттар сығыш яһаны. Музыканттар тамашасыларға камил техника һәм ихлас тойғолар менән башҡарылған көйҙәр һәм композициялар тәҡдим итте. Концерт ижад, ритм һәм экспрессия азатлығы байрамына әүерелде, был ҡунаҡтарға ҡабатланмаҫ джаз атмосфераһын тойорға мөмкинлек бирҙе.
Новости
28.11.2025
2025 йылдың 17 ноябрендә «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» проекты сиктәрендә ойошторолған «Халыҡ әкиәттәре донъяһы»бөтә Рәсәй акцияһы старт алды.
Сара эпостың ғәжәп жанрына – боронғо хикәйәләү төрөнә арналған, уның нигеҙендә ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы, аҡыллылығы һәм тормош тәжрибәһе тураһында һөйләгән халыҡ тормошо картиналары ята.
28.11.2025
Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән Әсәләр көнөн байрам итеү сиктәрендә, махсус китапханала «Донъя биҙәктәре тик һинең өсөн»әҙәби-музыкаль сараһы үтте.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »










