Девяностолетие библиотеки

Новости

11.04.2025
Книжная выставка «Первый космонавт Земли».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары иғтибарына "Ерҙең тәүге космонавы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Юрий Алексей улы Гагарин 1934 йылдың 9 мартында Смоленск өлкәһе хәҙерге Гагарин районы Клушино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1949 йылда Люберцы ҡалаһындағы 10-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Саратов аэроклубында шөғөлләнә. 
27.03.2025
Дегустация литературных новинок
Махсус китапханала «Әҙәби яңылыҡтарҙы тәмләп ҡарау», «Бельские просторы» әҙәби журналына күҙәтеү үткәрелде. Башҡортостанда ай һайын рус телендә нәшер ителгән журнал дөйөм Рәсәй әҙәби процесында әүҙем ҡатнаша.
Рәсәйҙә сыҡҡан башҡа "ҡалын" әҙәби журналдарҙан айырмалы рәүештә, "Бельские просторы"-ның совет осоро тарихы юҡ. Журнал 1998 йылдан нәшер ителә. Журналға Башҡортостан республикаһы яҙыусылары инициативаһы буйынса нигеҙ һалына.
21.03.2025
Инклюзивная встреча с Алексеем Боровиковым
Махсус китапханала «Инклюзив аралашыу дәрестәре» инклюзив проекты авторы Алексей Боровиков менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Советтар Союзы Геройы Солтан Бикәев исемендәге Өфө профессиональ колледжы студенттары ҡатнашты.
Проект мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн практик-ғәмәли дәрестәрҙе күҙ уңында тота. Унда тыңлаусылар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалидтар менән диалог төҙөү үҙенсәлектәре менән таныша.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.