Новости

09.06.2026
Герой-разведчик Даян Мырҙин тураһында китап Брайль шрифты менән нәшер ителде

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә «Легендар разведчик, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Даян Мырҙин» рельефлы-график әсбап донъя күрҙе.

Китап һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты менән баҫтырылған һәм насар күргән уҡыусылар өсөн ҙурайтылған, шулай уҡ рельефлы-график иллюстрациялар менән тәьмин ителгән.

08.06.2026
«Урал батыр» эпосы көнөнә

8 июнь Башҡортостан Республикаһында йыл һайын «Урал батыр» эпосы көнө - башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған байрам билдәләнә.

Сара барышында эпостан өҙөктәр башҡорт һәм рус телдәрендә уҡылды. Текст ғәҙәти һәм брайль форматында тәҡдим ителде.

05.06.2026
Берләштергән тел: сленг нисек беҙгә берҙәм булырға ҡамасаулай

Хәҙерге заманда беҙ йыш ҡына башҡа телдәрҙән алынған яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ағымы менән осрашабыҙ, һәм, әлбиттә, сленгтың бөтә ерҙә таралыуы менән. Уларҙы урынһыҙ ҡулланыу беҙҙең үҙ-ара аңлашыуға ҡамасаулай һәм, ахыр сиктә, беҙгә берҙәм булырға ҡамасаулай.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.