Девяностолетие библиотеки

Махсус китапхана юбилейына

К юбилею библиотеки для слепых

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының 90 йыллығына бәйле, 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының 15.01.2025 йылғы 15-се Указына ярашлы саралар үткәреләсәк.

Байрамға арналған юбилей сараларын үткәреү буйынса планға төрлө китап күргәҙмәләре, шул иҫәптән яраҡлаштырылған баҫмалар, инсталляциялар, виртуаль күргәҙмәләр, квестар, йәштәр өсөн хәрби-патриотик саралар, республиканың дөйөм ҡулланылыштағы китапханалары китапханасылары өсөн семинарҙар, тифлокомментарийҙар менән кино күрһәтеү циклдары, күсмә экскурсия турҙары, социомәҙәни реабилитация сиктәрендә арт-терапия ижади дәрестәре, дөйөм ҡулланылыштағы китапханаларҙың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшен популярлаштырыу, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең ноталарын баҫтырыу, насар күреүселәрҙе һәм һуҡырҙарҙы социализациялауҙың көнүҙәк темаларына түңәрәк өҫтәлдәр, республика конкурстары, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн фестивалдәр үткәреү инде. Йыл һәм саралар циклы тамамланғас, «Күп милләтле биләмәлә мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларҙың стратегик башланғыстары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм онлайн-эстафета форматында төбәк-ара брайлистар конкурсы үтәсәк.

Планды тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығының күпселек ведомство ҡарамағындағы учреждениелары, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡатнаша.

 

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.