М. Х. Төхвәтшиндең мемориаль мөйөшө

М. Х. Төхвәтшиндең мемориаль мөйөшө
2025 йылда Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын ғорурлыҡ менән билдәләй.
Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияның икенсе көнөндә сара ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтар өсөн Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшиндың мемориаль мөйөшө презентацияһы үтте.
Мәкәрим Хөсәйен улы ғүмер буйы китапхананың әүҙем уҡыусыһы булды, төрлө әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынды, үҙенең офоҡтарын киңәйтте һәм һуҡырҙар өсөн башҡорт телен үҫтереү һәм таратыу юлдарын эҙләне. Уның тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә Брайль системаһы буйынса башҡорт алфавиты төҙөлдө — был Республикабыҙҙа тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым булды.
Бөгөн был эш башҡорт телен һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мөмкинлеген бирә, мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм тигеҙ мөмкинлектәр тыуҙыра.
Китапханалағы мемориаль мөйөштә Мәкәрим Төхвәтшиндың шәхси әйберҙәре урын алған, улар ярҙамында уның ғилми һәм мәҙәни мираҫын, тормош юлын тәрәнерәк аңларға мөмкин.
«Мемориаль мөйөш булдырыу — был бөйөк шәхескә хәтер данын ғына түгел, ә уның идеялары һәм ҡаҙаныштары күҙҙәре насар күреүсе кешеләргә йәмғиәттә үҙҙәрен ышаныслыраҡ һәм иреклерәк тойорға ярҙам итеүен күрһәтә,» — тип билдәләне сараны алып барыусы Гөлшат Хәлитова.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.