Ҡурай ниндәй моң көйләй?
Өфө ҡалаһының 170-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре Ҡурай көнөнә арналған «Ҡурай ниндәй моң көйләй» тигән мауыҡтырғыс танып-белеү сәғәте үткәрҙе. Был байрам башҡорт милли музыка ҡоралын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында 2024 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылды.
Сара барышында балалар сихри ҡурай моңдарын тыңланы, республиканың билдәле ҡурайсыларының ижады менән танышты, ҡурайҙың тарихы һәм барлыҡҡа килеүе тураһындағы боронғо риүәйәттәрҙе тыңланы. Китапханасылар дәүләт символдарына айырым иғтибар бүлде: Башҡортостан гербындағы һәм флагындағы ҡурай сәскәһенең ете тажы республикала йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлеген аңлатыуын һөйләне. Ҡурай моңо ғорур рәүештә Башҡортостан гимнында яңғырай, ә музыка ҡоралы үҙе хаҡлы рәүештә «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» исемлегенә инә.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар музыка ҡоралын ғына түгел, ә уның тәбиғи өлгөһөн дә — ҡурай яһала торған үҫемлектең кипкән һабағын күрә алды. Балалар ҡурай тураһындағы әкиәттәрҙе, мәҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы һәм шиғырҙарҙы, тыуған яҡ йолаларына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереп, иғтибар менән тыңланы.
Айырыуса «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән тактиль китап балаларҙа ҙур шатлыҡ уятты — биттәрҙе ҡул менән тотоп ҡарау мөмкинлеге кескәйҙәргә республиканың мәҙәни мираҫын тәрәнерәк өйрәнергә булышлыҡ итте. Ә алған белемдәрен нығытыу өсөн балалар рәхәтләнеп «Ҡурай» башҡорт милли уйынын уйнаны һәм әүҙемлектәре өсөн татлы бүләктәр алды.
Халыҡта «Ҡурайҙа — башҡорт халҡының бөтә тарихы» тиҙәр. Борон-борондан был ҡорал байрамдарҙа ла, хеҙмәт көндәрендә лә башҡорттарҙың мөһим юлдашы булған. Бындай саралар йолаларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерә, үсеп килеүсе быуында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә хөрмәт тәрбиәләй һәм тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү уята.















