Новости

03.06.2024
Книжная выставка произведений Корнея Чуковского
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының уҡыу залында балаларҙы яҡлау көнөнә арналған «Корней Чуковскийҙың мөғжизәле әкиәттәре» китап күргәҙмәһе ойошторолған.
Корней Иван улы Чуковский - яҙыусы, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе.
Корней Чуковский 1882 йылдың 31 мартында Санкт-Петербургта тыуған. Өс йылдан һуң ғаилә Одессаға күсенә. Яҙыусы гимназияла белем ала, әммә 5-се синыфҡа тиклем генә уҡый. 1898 йылда уҡыу йорттарынан түбән сығышлы балаларҙы сығаралар.
01.06.2024
В День защиты детей
Балаларҙы яҡлау көнө йыл һайын 1 июндә билдәләнә. 1949 йылдың ноябрендә Парижда халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы конгресы ҡарары менән булдырыла, тәүге тапҡыр 1950 йылда билдәләнә. Бынан тыш, балаларға бөтә донъя бала көнө (20 ноябрь), халыҡ — ара ғәйепһеҙ балалар - агрессия ҡорбандары көнө (4 июнь) һәм Африка балаларын яҡлау көнө (16 июнь) бағышланған. Халыҡ-ара хоҡуҡ кимәлендә төп документ булып 1989 йылдың 20 ноябрендә бмо тарафынан ҡабул ителгән һәм 1990 йылдың 13 июлендә ССР Союзы тарафынан ратификацияланған бала хоҡуҡтары тураһында Конвенция тора.
31.05.2024
Республиканский творческий конкурс «Я снова Пушкина читаю»
Инвалид балаларға социаль яраҡлашыуҙа, тулы ҡиммәтле, шәхси һәм интеллектуаль үҫештә, уларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын уҡыусыларҙың әүҙемлегенә йәлеп итеүҙә, шулай уҡ инвалид балаларҙа уҡыуға тотороҡло ихтыяж тәрбиәләүҙә ярҙам итеү өсөн Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 2024 йылда балалар араһында "Мин тағы Пушкинды уҡыйым" Республика ижади конкурсын үткәрә. Конкурс А. С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған.
Конкурсты ойоштороусы - Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.