10 июндә бөтә Рәсәйҙә «Хәтер шәме» онлайн-акцияһы старт алды. 22 июнгә тиклем деньпамяти.рф сайтында һәр кем үҙенең виртуаль шәмен тоҡандыра һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын хөрмәтләй ала.
22 июнь, һикһән өс йыл элек, илебеҙ тарихында ысынлап та «ҡара» булып китте: Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллион кешенең ғүмерен өҙҙө, бер генә совет ғаиләһен дә юғалтыуҙарһыҙ ҡалдырманы. 2004 йылдан алып был көндө беҙ урамға сығабыҙ һәм һуғыш яланынан ҡайтмағандар иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандырабыҙ. Ә һуңғы биш йылда шәмде онлайн форматта ла тоҡандырырға мөмкин.

19.06.2024
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы «Василь Быков – хәҡиҡәт һәм ҡәләм һалдаты» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Василь Быков 1924 йылдың 19 июнендә Белорус ССР-ы Витебск өлкәһе Ушач районы Бычки ауылында (хәҙерге Белоруссия Республикаһы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1939 йылда Куличи ауыл мәктәбенең 8-се класын тамамлай. 1939-1940 йылдарҙа Витебск художество училищеһының скульптура бүлегендә (уны тамамламай), һуңынан фабрика - завод уҡытыу мәктәбендә дәрестәргә йөрөй. 1941 йылда уны тамамлай, бетонсы һәм арматурсы һөнәрен ала.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң Украина ССР-ы территорияһында оборона нығытмаларын төҙөүҙә ҡатнаша.

10.06.2024
12 июндә илебеҙ мөһим дәүләт байрамын — Рәсәй көнөн, йәки Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнөн билдәләй, был байрам 2002 йылға тиклем шулай тип атала.
Бөгөн был байрамды күптәр яңы табыш тип иҫәпләй, Рәсәйҙең үҙ дәүләтселеген раҫлауға, позициялар яулауға һәм Тымыҡ океандан Балтик ярҙарына тиклем һуҙылған көслө дәүләт төҙөүгә күп быуатлыҡ тарихи юлын онота.