4 сентябрҙә Белорет ҡалаһында «Урал Батыр» Милли мәҙәниәт һарайында иҫтәлекле тантаналы сара үтте. Ул бер юлы өс мөһим датаға арналды: Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең 100 йыллығы, Белорет урындағы ВОС ойошмаһының 95 йыллығы һәм «Автодеталь» предприятиеһының 80 йыллығы. Сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы Азат Альвертович Сәхәбиyev сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Новости
05.09.2025
М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының абонементы ҡунаҡтарҙы һәм уҡыусыларҙы Александр Иван улы Куприндың тыуыуына 155 йыл тулыуға арналған «Ысын рәссам, ғәйәт ҙур талант» исемле китап күргәҙмәһе менән танышырға саҡыра.
03.09.2025
3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көн һәр ҡайһыбыҙға ҡурҡыныстар алдында берҙәм булыуҙың мөһимлеген һәм көс ҡулланыуға, вәхшилеккә ҡаршы бергәләп көрәшеүҙең әһәмиәтен иҫкә төшөрә.
Ошо мөһим датаға ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Терроризмға – юҡ!» тигән иҫтәлек сәғәте үткәрҙе. Сарала Өфө ҡалаһының һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн 28-се махсус коррекцион интернат-мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- 13
- 14
- 15
- …
- следующая ›
- последняя »




Макарим Хусаинович Тухватшин










