Новости

26.03.2014
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы бөгөн 26 мартта «Махсус китапханаларҙың мәҙәни байлыҡты һаҡлауҙағы роле һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ итеп тәьмин итеү» темалы видео-баҫмала ҡатнашты. Ул йыйылма план буйынса профессиональ сара нигеҙендә Ростов өлкәһенең Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһың электрон уҡыу залында үтте.
 
25.03.2014
Бөгөн, 25 мартта һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында М.Кәрим исемендәге милли  йәштәр театры Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәеваның ижад кисәһе үтте.  Актриса Әнисә Таһированың «Ҡашҡарҙың өс көнө» тигән әҫәрен һөйләне, уның сығышын Шәүрә Сәғиттованың музыкаһы оҙатып барҙы. Рәмилә Миниғәле ҡыҙы сығыштан һуң уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
 
18.03.2014
20 мартта һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында  рәссам  Роман Сайфуллиндың күргәҙмәһе асыла.
Уның эштәренә сағыу төҫтәр түгел, ә бер төрлөлөк хас. Картиналарҙың төп мотивы булып кеше темаһы тора.
Ҡала натюрморттар серияһында көндәлек тормоштоң гармонияһын һәм талғын тотороҡлолоғон сағылдырған.  
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.