“Китап уҡыусының бенефисы”
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Мәҙәниәт йылына бағышлап, яңы мәҙәни саралар циклын башлай- “Китап уҡыусының бенефисы”. Ошо ыңғай менән беренсе саралар араһында Дамир Заһитовҡа тәғәйенләнә. Ул шиғырҙар һәм музыка яҙа, гитарала, баянда, ҡурайҙа һәм синтезаторҙа, үҙ аллы копмьютер менән эш итергә өйрәнгән.
Дамир Заһитов Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан республика конкурстарының дипломанты, фольклор ансабелдәренең әүҙем ҡатнашыусыһы.
Буласаҡ шәхестең тормошонда мөһим ролде Әҙһәм Динислам улы Исҡужин уйнай. 1995 йылдан башлап Дамир Камил улы Ауырғазы районы Михайловка ауылында дөйөм белем биреү мәктәбендә эш юлын дауам итә.
Бөгөнгө көндә Дамир Заһитов үҙ эштәрен төрлөләндерә: поэмалар, прозалар яҙа.
Талантлы поэт 22 музыкаль ҡоралдарҙа уйнай.
Ошо ыңғай менән 2014 йылдың 18 мартында сәғәт 14.00 Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының бинаһында Дамир Камил улының Портрет-кисә тип аталған осрашыу үткәрелә. РӘХИМ ИТЕГЕҘ! Инеү бушлай. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Кирова, 47 һанлы йорт, “Витаминный завод” туҡталышы.

Макарим Хусаинович Тухватшин











