Новости

12.06.2026

Рәсәй көнөнәНет аудио-заголовка...

Рәсәй көнөнә

Рәсәй көнөнә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Һинең менән ғорурланам, минең Рәсәйем" байрам программаһы үтте.

Концертта әүҙем уҡыусылар һәм ижади шәхестәр ҡатнашты. Сәхнәнән Илдус Богданов, Марина Иванова, Рәмил Вәлиев, Рәмзиә Тарасова, Зарема Сөләймәнова һәм Андрей Ерохин башҡарыуында музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны. Шиғырҙы Римма Хөсәйенова уҡыны.

10.06.2026

Иғлан

Иғлан

Хөрмәтле уҡыусылар!

Байрам көндәрендә китапхананың эш режимы тураһында һеҙгә хәбәр итәбеҙ.

"Рәсәй көнө" дәүләт байрамы хөрмәтенә:

11 июнь: 9:00 сәғәттән 16:00 сәғәткә тиклем (ҡыҫҡартылған эш көнө).

12-14 июнь: ял көндәре.

15 июнь: ғәҙәти график буйынса эш.

ихтирам менән, администрация

09.06.2026

Герой-разведчик Даян Мырҙин тураһында китап Брайль шрифты менән нәшер ителде

Герой-разведчик Даян Мырҙин тураһында китап Брайль шрифты менән нәшер ителде

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә «Легендар разведчик, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Даян Мырҙин» рельефлы-график әсбап донъя күрҙе.

Китап һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты менән баҫтырылған һәм насар күргән уҡыусылар өсөн ҙурайтылған, шулай уҡ рельефлы-график иллюстрациялар менән тәьмин ителгән.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.