Халыҡ-ара шахмат көнө: аҡыл алышы
20 июлдә, халыҡ-ара шахмат көнөндә, М.Х. Төхвәтшин ис. махсус китапханаһында «Аҡылдар алышы»интеллектуаль рәсми булмаған осрашыу үтте. Байрам хөрмәтенә даими уҡыусылар һәм шахмат һөйөүселәр «Инклюзив атлетика» клубы ағзалары менән берлектә бер-нисә дуҫтарса партия уйнарға, аралашырға һәм яҡшы кәйефте уртаҡлашырға йыйылды.
Осрашыу дуҫтарса атмосферала үтте: шахмат таҡталары артында көнәркәшлек үҙ-ара ярҙам һәм кәңәштәр менән берләште, ә һәр партия тәжрибә уртаҡлашыу һәм йәнле һөйләшеү өсөн сәбәп булды.
Шахмат үҙенең асыҡлығын һәм универсаль булыуын раҫлай: уйын махсус шарттар талап итмәй һәм төрлө йәштәге һәм мөмкинлектәге кешеләрҙе берләштерә. Ҡатнашыусылар өсөн был турнир түгел, ә логика һәм иғтибар менән ваҡыт үткәреү, социаль бәйләнештәрҙе нығытыу һәм яңы партиялар өсөн илһам алыу мөмкинлеге була.

Макарим Хусаинович Тухватшин












