Новости

03.11.2026

Был сара сиктәрендә ижади түңәрәктә шөғөлләнгән күрмәгән һәм насар күргән оҫталар «Башҡорт ҡар бөртөгө»н ижад итте, ҡышҡы биҙәктең нәзәкәтлеген һәм башҡорт милли орнаменттарын берләштерҙе.

03.11.2026

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы халыҡтар дуҫлығы майҙансығына әүерелде. Бында уҡыусылар өсөн «Ҙур ғаиләлә, татыу ғаиләлә» тип аталған мауыҡтырғыс һәм сағыу әҙәби-тарихи сәйәхәт ойошторолдо.

02.11.2026

«Код доступа» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Башҡорт теле Брайль яҙмаһында» проектын тормошҡа ашыра башланы. Проекттың төп партнёры — М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.