Новости

16.10.2026

Йыл һайын 15 октябрҙә күрмәүсе һәм насар күреүсе кешеләр менән теләктәшлекте кәүҙәләндергән мөһим дата – Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнө билдәләнә. Был ваҡиға сиктәрендә М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәрим исемендәге 158-се һанлы башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн «Донъя бармаҡ остарында» тигән үҙенсәлекле күсмә интерактив дәрес үткәрҙе.

16.10.2026

М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында «Донъя күңел күҙҙәре менән» тип аталған йылы әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Байрам концерты мөһим датаға — Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөнә арналды.

16.10.2026

Рәсәйҙә октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән Атайҙар көнө алдынан М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң 170-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн күсмә сара ойошторҙо.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.