Новости

20.07.2026
Халыҡ-ара шахмат көнө: аҡыл алышы

20 июлдә, халыҡ-ара шахмат көнөндә, М.Х. Төхвәтшин ис. махсус китапханаһында «Аҡылдар алышы»интеллектуаль рәсми булмаған осрашыу үтте. Байрам хөрмәтенә даими уҡыусылар һәм шахмат һөйөүселәр «Инклюзив атлетика» клубы ағзалары менән берлектә бер-нисә дуҫтарса партия уйнарға, аралашырға һәм яҡшы кәйефте уртаҡлашырға йыйылды.

Осрашыу дуҫтарса атмосферала үтте: шахмат таҡталары артында көнәркәшлек үҙ-ара ярҙам һәм кәңәштәр менән берләште, ә һәр партия тәжрибә уртаҡлашыу һәм йәнле һөйләшеү өсөн сәбәп булды.

17.07.2026
09.07.2026
"Рус цивилизацияһы" Х халыҡ-ара фотоконкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә

2026 йылдың 28 июненән Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән профессиональ фотографтар һәм һәүәҫкәрҙәр үҙҙәренең авторлыҡ эштәрен фотоконкурстың рәсми сайтына урынлаштырып ғариза бирә ала.

«Рус цивилизацияһы» фотоконкурсы 2017 йылдан алып үткәрелә һәм йыл һайын бөтә донъянан меңәрләгән ҡатнашыусыны берләштерә. Әгәр беренсе йылда конкурсҡа 28 илдән 1,8 мең авторҙан 10 меңгә яҡын фото килһә, 2025 йылда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 3,4 меңдән ашыу ҡатнашыусынан 19,5 меңдән ашыу эш тәҡдим ителгән.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.