Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында Мәҙәниәт йылына арналған шәхси күргәҙмә презентацияһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғабдулла Әхмәтшиндың хеҙмәттәре күрһәтелде.
Күргәҙмәгә фотограф иғтибарын йәлеп иткән һәм фотообьективҡа эләккән ике йөҙгә яҡын тәбиғәт һәм кеше тормошонан төрлө күренештәр һәм кейеҙ баҫыу буйынса бер-нисә эш ингән.
Ғабдулла Зәкир улы Миәкә районының Шатман-тамаҡ ауылында тыуған. Үҙенең беренсе шедеврын биш йәшендә үк - Ю.Васнецовтың “Өс баһадир ” һүрәтенең күсермәһен эшләй.
Ғабдулла Зәкир улы рәссам ғына түгел, музыкаль яҡтан да һәләтле - ул йырлай, ҡурайҙа уйнай, “Хазина” фольклор төркөмө етәксеһе.



Макарим Хусаинович Тухватшин












