Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында 29 ғинуарҙа йыл да үткәрелә торған махсус китапхананың уҡыусылары өсөн йыйылыш үтте. Йыйылышты китапхана директоры Әминева А. Р. асты, үҙенең инеш һүҙендә - үткән экология йылының ваҡиғаларға бай булыуын һәм махсус китапхананың коллективына Мәҙәниәт йылына ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Унан һуң йыйылған уҡыусылар алдында бүлектәр мөдирҙәре махсус китапханала эшләнгән эштәре тураһында сығыш яһаны.
Новости
27.01.2014
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында билдәле музыкант, языусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Круль менән осрашыу үтте. Круль өсөн иң мөһиме йөрәк тибеше, уның ижады: йырҙар, китаптар, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт - нескә йөрәге, йәне аша уткән.
Уҡыусылар менән осрашыуҙы Крулдең «Мин Өфөлә тыуҙым» йырының видео-ролигын күрһәтеү менән башлап ебәрҙеләр. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки Сергейҙың бөтә ғүмере яратҡан ҡалаһы менән бәйләнгән, уның әҫәрҙәрендә лә Өфөгә мөхәббәте һәм киләсәге тураһында ҡайғыртыуы сағыла.
24.01.2014
23 ғинуар Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы белгестәре быйыл Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Мәҙәниәт йылын арнап “Бөтәһе лә файҙалана алған китапханала күреү һәләттәре сикләнгән кешеләрҙең мәғлүмәт алыу мөмкинлеген ойоштороу” тип аталған тифлосессия үткәрҙе. Һөйләшеү барышында һүҙ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең милли мәҙәниәт, донъя халыҡтары мәҙәниәте өлгөләре менән яҡындан танышыу мөмкинлеген биреүсе мәғлүмәтте кешеләргә еткереү мөмкинлектәре тураһында барҙы.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 638
- 639
- 640
- 641
- 642
- 643
- 644
- 645
- 646
- …
- следующая ›
- последняя »



Макарим Хусаинович Тухватшин












