Девяностолетие библиотеки

Новости

22.10.2025
Милли бейеү көнө
Башҡортостанда 21 октябрҙә тәүге тапҡыр Милли бейеү көнө — Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған байрам билдәләнә. Был көн төбәк халыҡтарының мәҙәни мираҫын үҫтереүгә һәм яҡлауға йүнәлтелгән. Датаны һайлау бөйөк хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө менән бәйле. Уның өлөшө Башҡортостандың бейеү сәнғәтен һаҡлау символына әүерелде.
М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус китапханаһында милли бейеү көнөнә арналған сара үтте.
20.10.2025
Брайль буйынса асыҡ форматтағы ноталар: Нур Дауытовтың «Миләш» әҫәре
Автономиялы коммерцияға ҡарамаған «Инеү коды» ойошмаһы һәм М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының уңышлы хеҙмәттәшлеге сиктәрендә президент гранттары фонды ярҙамында Брайль форматында махсуслаштырылған нота-музыкаль баҫмалар булдырыу һәм таратыу буйынса күләмле проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Проектта башҡорт композиторҙары Салауат Низаметдинов, Данир Мәхмүтов һәм Нур Дауытовтың әҫәрҙәре тәҡдим ителде.
16.10.2025
Башҡорт яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның 80 йәшенә арналған "Тыуған яғымһиңә йырлайым!" китап күргәҙмәһе

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары һәм ҡунаҡтары иғтибарына "Тыуған яғым, һиңә йырлайым!" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның  80 йыллығына арнала.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.