Новости

01.04.2021
 
31 март, Бөтә донъя тауыштан уҡыу көнөндә, махсус китапханала "Бергәләп уҡыйбыҙ" тифлосәғәте үтте. 
Йыл һайын марттың тәүге шаршамбыһында Бөтә донъя тауыштан уҡыу көндәре үтә. Ғалимдар бындай уҡыу төрөн бик файҙалы тип һанай, сөнки ул мәғлүмәтте яҡшыраҡ хәтерҙә һаҡлап ҡалдырырға ярҙам итә. 
Китапханасылар балалар менән бергә Корней Чуковскийҙың "Себен-Цокотуха әкиәтен уҡыны. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Тифлосәғәт гимнастика минуты менән тамамланды.
01.04.2021
История одного здания: Дом трех Бенуа в Петербурге
 
Өс Бенуа йорто ХХ быуат башындағы Петербургта иң ҙур һәм матур төҙөкләндерелгән йорт булып һаналған. Төрлө йылдарҙа бында композитор Дмитрий Шостакович, яҙыусы Михаил Чехов, политик Сергей Киров йәшәгән. 
Артабан:
01.04.2021
Издано рельефно-графическое пособие
 
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Ә.З. Вәлиди исемендәге милли китапхананың 185 йыллыҡ юбилейына арналған ҡабарынҡы график әсбап баҫылды. 
Әсбап ҙурайтылған һәм Брайль шрифты менән бирелә, шулай уҡ ҡабарынҡы-график һүрәттәр менән биҙәлгән. Техник эшкәртеүҙәр үткәндән һуң китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.