Новости

08.07.2024

Ғаилә, мөхәббә һәм тоғролоҡ көнө.

День семьи, любви и верности.
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тәүге тапҡыр 2008-се йылда билдәләнде. Был фекер бер-нисә йыл элек Муром ҡалаһында тыуа. Тап ошо ҡалала, христиан никахы яҡлаусылары, Петр һәм Феврония ерләнгән. Ғаилә яуаплы мөхәббәт, хөрмәт итә белеү, ғаиләңә тоғро булыу менән бер рәттән, социаль берәмек тә булып тора. РФ Конституцияһының 38-се статьяһында былай тиелә: «Әсәлек менән балалыҡ, ғаилә хөкүмәт ҡанаты аҫтында; бала тәрбиәләү – ата-әсәнең тигеҙ бурысы; балиғ булған эшкә яраҡлы балалар эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарарға бурыслы.”
Яңы ғаилә байрамының символы – аҡ сәскә. Бик наҙлы һәм матур символ. Быуаттар төпкөлөнән алып аҡ сәскә Рәсәй тәбиғәтенең символы булып һанала. Боронғо славяндарҙа ул 7 изге үҫемлектәрҙең береһенән һанала.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе, ысын күңелдән, ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен. Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен. Байрам менән!
 
 
27.06.2024

Республика инклюзив фестивале үтте

Прошел республиканский инклюзивный фестиваль
Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуҙы байрам итеү сиктәрендә махсус китапханала "Мин һине яратам, Өфө!" республика инклюзив фестивале үтте. 
Китапханасылар уҡыусыларҙы ҡалаға нигеҙ һалыу тарихы, уның архитектура үҫеше һәм беҙҙең көндәргә тиклем үҫеше менән ҡаланың архитектура иҫтәлекле урындарының визит карточкаһы булған тактиль макеттары миҫалында таныштырҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Өфө к
Кремле архив яҙмаларынан тарихи һүрәттәр буйынса тергеҙелгән. 
26.06.2024

"Минең тормошомда Брайль шрифты" республика конкурсы 

Республиканский конкурс «Шрифт Брайля в моей жизни»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығының партнерлыҡ ярҙамы менән күреү һәләте боҙолған һәм һаулығы сикләнгән кешеләр өсөн иң яҡшы эссе буйынса "Брайль шрифты минең тормошомда" республика конкурсын үткәрә.
Конкурс һуҡырҙар араһында грамоталылыҡ, рухи һәм интеллектуаль үҫеш нигеҙҙәре булараҡ уникаль рельефлы-нөктәле шрифт системаһын пропагандалау маҡсатында үткәрелә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.