Новости

28.12.2024
С новым 2025 годом!
Хөрмәтле китап уҡыусылар һәм коллегалар!
Яңы йылда һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға һаулыҡ һәм шатлыҡтар, изгелек һәм аңлашыусанлыҡ, өмөт һәм уңыштар теләйбеҙ! Көтөп алған һәм яратҡан был байрамда сихри әкиәт донъяһы үҙенең йылыһы менән йөрәгегеҙҙе тултырһын, яҡты киләсәккә өмөт уятһын!
 
24.12.2024
В День Конституции Республики Башкортостан
1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының төп законы ҡабул ителә. Конституция Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация нормаларын үҫтерә һәм республика тарихында тәүге тапҡыр кеше һәм гражданин хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары өлкәһендә халыҡ-ара стандарттарҙы, конституцион кимәлдә хоҡуҡи дәүләт принциптарын нығыта.
18.12.2024
Юбилейный вечер «Свет в мире слов: юбилей Макарима Тухватшина»
17 декабрҙә «Һүҙҙәр донъяһында яҡтылыҡ: Мәкәрим Төхвәтшиндың юбилейы» кисәһе үтте.  Ул Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Мәкәрим Хөсәйен улы һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 
Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифтын булдыра. Күптәребеҙ өсөн ул белемгә табан батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ символына әүерелде. Уның эше күп кенә һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн әҙәбиәткә һәм белемгә ишек асты. Ул кешеләрҙең йөрәгендә һәм республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.