Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы коллективы үҙенең һәм барлыҡ ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай.
Илде һаҡлау– ул ҡулға ҡорал тотоп көрәшеү генә түгел, йөрәгеңә яҡын нәмәләрҙе баһалау, һаҡлау. Ул үҙенең Ватанын ғына түгел, замандаштарын, яҡташтарын, киләсәк быуынды яҡлай, халҡы алдында бурысын үтәй.










