Новости

30.09.2014
Иғтибар көн дә кәрәк.
Ололар көнө тигәндә, беҙ ғәҙәттә оло йәштәге туғандарыбыҙҙы – олатай-өләсәйҙәребеҙҙе, күрше әбей-бабайҙарҙы ҡотлау зарурлығын иҫкә төшөрәбеҙ. Ошо көндә уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе күберәк әйтеп ҡалырға тырышабыҙ. Эйе, был көндә ғүмере буйы тир түгеп, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышып йәшәгән кисәге хеҙмәткәрҙәрҙе – бөгөнгө ветерандарҙы, хаҡлы ялдағыларҙы иғтибарҙан, йылы мөғәләмәбеҙҙән мәхрүм ҡалдырырға ярамай. Көндән-көн етеҙерәккә, тынғыһыҙыраҡҡа әйләнә барған был донъяла кисәге йәштәргә – бөгөнгө ололарға – йәмғиәттең ҡурсыуы, ярҙамы, аҡтыҡ сиктә, бер йылы һүҙе етмәүенә иғтибар итергә өндәп, 1990 йылдың 15 декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ассамблеяһы 1 октябрҙе Ололар көнө тип иған итә. Тәүҙә Ололар көнөн Европала, аҙағыраҡ Америкала, артабан – туҡһанынсы йылдар аҙаҡтарында – бөтөн донъяла билдәләй башлайҙар.
 
25.09.2014
Дикторҙар кәрәк!
 
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында, башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәттәре өлгөләрен башҡорт телендә «һөйләүсе китаптар» форматында яҙҙырыу өсөн дикторҙарҙы тыңлау үтәсәк.
Асыҡ тыңлауға башҡорт телен яҡшы белгән, юғары уҡыу йортонда гуманитар бүлектәрҙә уҡыған студенттар һәм Өфөнөң ижади интеллигенцияһы, 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәр саҡырыла. 
     
 
05.09.2014
Итоги интернет-викторины.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һәм Башҡортостан Республикһының Үҙәк һайлау комиссияһы менән бергә Һайлау хоҡуғы һәм Һайлау процесы буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үткәрелгән интернет-викторинаның һөҙөмтәләре асыҡланды. Интернет-викторинала 71 кеше ҡатнашҡан, ләкин бөтә 10 һорауға ла берәүҙә яуап бирә алмаған. Ойоштороусылар интернет-викторинаның 10 һорауҙың 9 яуап биргән ҡатнашыусыларҙы еңеүсе тип ҡарар иттеләр.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.