Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һуҡырҙарға тәғәйенләнгән “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән уҡыу әсбабы өсөн “2014 йылда Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында ҡатнашып, “Халыҡты хеҙмәтләндереү” номинацияһында еңеүсеһе тип табылды.
Был конкурс республикала 2001 йылдан (БР Хөкүмәтенең 24.11.2000 йылғы 1191-р һанлы ҡарарына ярашлы) “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабы булараҡ уҙғарыла.










