Девяностолетие библиотеки

Новости

28.11.2025
Константин Симоновтың 110 йыллығына арналған әҙәби сәғәт

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Шағир һүҙе - һалдат ҡоралы" әҙәби – патриотик сәғәте үтте. Сара К.М. Симоновтың 110 йыллығына арналды.

Константин Михаил улы совет шағиры, прозаик, драматург, киносценарист, йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм хәрби хәбәрсе. Ул билдәле «Көт мине» шиғырының авторы. Уны Бөйөк Ватан һуғышының иң хисле һәм тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе тип иҫәпләйҙәр. Шағир өсөн һуғыш ижадының төп темаһына әйләнә.

25.11.2025
"Марк Твен китаптарында бала-саҡ донъяһы" әҙәби сәйәхәте

Америка яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сэмюэл Ленгхорн Клеменстың, Марк Твен булараҡ билдәле, тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында «Марк Твен китаптарында бала-саҡ донъяһы» әҙәби сәйәхәте үтте.

18.11.2025
К. М. Симоновтың 110 йыллығына арналған китап күргәҙмәһе

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы абонементы уҡыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы күренекле шағир, прозаик һәм драматург Константин Михаил улы Симоновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Һуғыш менән яндырылған юлдар» китап күргәҙмәһенә саҡыра.

Күргәҙмәлә эре шрифтлы баҫмалар, флешкарталарҙа һәм СД-оптик дисктарҙа "һөйләүсе" китаптар, шулай уҡ һуҡырҙар өсөн махсус китапхана фондынан яҫы баҫма шрифт китаптары тәҡдим ителә.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.