Новости

12.11.2025

Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында һайлау хоҡуғы мәсьәләләре буйынса конкурс үтте

Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында һайлау хоҡуғы мәсьәләләре буйынса конкурс үтте

11 ноябрь Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатында 18 йәштән кесерәк һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса конкурс уҙҙы.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, Өфө ҡала округының совет районы территориаль һайлау комиссияһы һәм Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.

11.11.2025

Пушкин картаһы ВТБ-ға күсә

Пушкин картаһы ВТБ-ға күсә
Мәҙәниәт һәм сәнғәт донъяһына инеү мөмкинлеген нисек һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләйбеҙ. 2026 йылдың 1 ғинуарынан Втб Пушкин картаһы дәүләт программаһының банк-операторы буласаҡ. Был нимәне аңлата? 1. «Почта Банк» АЙ-һы сығарған Пушкин картаһы 2025 йылдың 31 декабрендә 15:00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. 2. Мөһим! 2025 йылдың 31 декабрендә 15:00 сәғәттән 2026 йылдың 1 ғинуарында 15:00 сәғәткә тиклем техник тәҙрә: карталар буйынса операциялар булмаясаҡ. 3. 2026 йылдың 1 ғинуарында 15:00 сәғәттән Втб Пушкин карталарын сығара һәм хеҙмәтләндерә башлай. 4.
Махсус китапханала Роман Сәйфуллиндың  графика күргәҙмәһе

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында талантлы рәссам, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы һәм Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернаты педагогы Роман Сәйфуллиндың графика күргәҙмәһе асылды. Роман Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Камил Ғөбәйҙуллиндың уҡыусыһы. Ул ижади һәм педагогик эшмәкәрлеген уңышлы берләштерә. Сәнғәт һәм уҡытыуҙан тыш, Роман социаль эш менән әүҙем шөғөлләнә.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.