Балалар китабы Аҙналығы көндәрендә
Быйыл балалар һәм үҫмерҙәр китабы Аҙналығы 28 марттан 5 апрелгә тиклем үтә. Өфөнөң 126-сы урта мәктәбендә мауыҡтырғыс сара - «Китап океаны буйлап сәйәхәт» әҙәби маршруты үтте. Уны һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы китапханасылары ойошторҙо.
4б класы уҡыусылары ысын диңгеҙ мажараһына юллана. Юлда уларҙы серле утрауҙар көтә: «Хәтирәләр», «Бөтә нәмәне белгәндәр», «Һүҙҙәр» һәм «Йомаҡтар». Һәр станцияла балалар эрудиция, аҡыл һәм тапҡырлыҡ күрһәтәләр, ҡыҙыҡлы заданиелар үтәйҙәр. Дөрөҫ яуаптар өсөн улар билдәле ғалим Ф. Бэкондың һүҙҙәренән ҡәҙерле һүҙҙәр ала.

Макарим Хусаинович Тухватшин












