Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Рәсәйҙең берҙәмлектә көсө» сағыу әҙәби-музыкаль байрамын үткәрелде. Программала Өфө районы, Чесноковка ауылы балалар сәнғәт мәктәбенең һәләтле уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡарыуында музыкаль номерҙар яңғыраны. Уларҙың сығыштары ҡунаҡтарға илһам һәм шатлыҡ минуттары бүләк итеп, кисәнең ысын биҙәге булып торҙо. Алып барыусы күп милләтле Рәсәйҙе берләштергән халыҡтарҙың традицияларын һәм берҙәмлеген һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Настройки шрифта:
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой


