Новости

03.11.2025
Сәнғәт төнө2025
3 ноябрь Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә йыл һайын үткәрелеүсе «Сәнғәт төнө»акцияһы үтә. Быйыл уның саралары халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала һәм «Мәҙәниәттәр берҙәмлегендә – халыҡ көсө» девизы аҫтында үтә. Онлайн режимда Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы сайтында башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмы бар. Фильмдың сюжеты XVII быуатта башҡорт далаһында бара.
02.11.2025
Иғлан

 

01.11.2025
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған әҙәби-музыкаль байрам
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Рәсәйҙең берҙәмлектә көсө» сағыу әҙәби-музыкаль байрамын үткәрелде. Программала Өфө районы, Чесноковка ауылы балалар сәнғәт мәктәбенең һәләтле уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡарыуында музыкаль номерҙар яңғыраны. Уларҙың сығыштары ҡунаҡтарға илһам һәм шатлыҡ минуттары бүләк итеп, кисәнең ысын биҙәге булып торҙо. Алып барыусы күп милләтле Рәсәйҙе берләштергән халыҡтарҙың традицияларын һәм берҙәмлеген һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.