Автономиялы коммерцияға ҡарамаған «Инеү коды» ойошмаһы һәм М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының уңышлы хеҙмәттәшлеге сиктәрендә президент гранттары фонды ярҙамында Брайль форматында махсуслаштырылған нота-музыкаль баҫмалар булдырыу һәм таратыу буйынса күләмле проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Проектта башҡорт композиторҙары Салауат Низаметдинов, Данир Мәхмүтов һәм Нур Дауытовтың әҫәрҙәре тәҡдим ителде.
Новости
16.10.2025
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары һәм ҡунаҡтары иғтибарына "Тыуған яғым, һиңә йырлайым!" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның 80 йыллығына арнала.
15.10.2025
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының «Уңайлы мәҙәниәт» онлайн-платформаһын булдырыу буйынса грантты ғәмәлгә ашырыу дауам итә.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 9
- 10
- 11
- 12
- 13
- 14
- 15
- 16
- 17
- …
- следующая ›
- последняя »










