Новости

22.09.2022
Встреча читателей с Тансулпан Гариповой
26 сентябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында прозаик, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Яҙыусылар Союзы ағзаһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үткәреләсәк. Сара, яҙыусының 75 йыллыҡ юбилейына бағышлана.
 
08.09.2022
Начало блокады Ленинграда

8 сентябрь 1941 йыл. Герман ғәскәре Шлиссельбургты баҫып ала һәм Ленинградты бөтә илдән айыра. Ленинград блокадаһы 871 көн бара. Ленинград менән аралашыу бары тик Ладож күле һәм һауа аша бара. 1943 йылда ғына совет ғәскәрҙәре блокаданы өҙөүгә ирешә һәм ҡалаға аҙыҡ-түлек, һуғыш ҡорамалдары инә башлай. 1944 йылдың 27 ғинуарында блокада бөтөнләй юҡ ителә. 
Махсус китапхана абонементы ошо темаға бәйле баҫмалар тәҡдим итә.

Книги изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

27.08.2022
Ночь кино 2020
27 август бишенсе тапҡыр "Кино төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Уның маҡсаты - илебеҙҙең фильмдарҙы популярлаштырыу, үҫеүсе быуынға эстетик тәрбиә биреү. 
Махсус китапхана ла Эмиль Лотянуҙың "Минең яғымлы һәм наҙлы хайуаным" тифлокомментарийлы фильмын тәҡдим итә. А. П. Чеховтың "Һунарҙағы драма" повесының экранизацияһы. Етмешенсе йылдар аҙағының иң популяр картиналарының береһе. 
Ролдәрҙә: Беляева Галина, Марков Леонид, Лавров Кирилл, Янковский Олег, Тома Светлана, Григориу Григорий, Симчич Василий.  

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.