Новости

21.07.2020
Лилия Тимергаязовна, С днем рождения!
Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында 30 йылдан ашыу эшләй. 1985 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай.
Ошо йыл арауығында ул үҙен оҫта белгес, яҡшы ойоштороусы, яуаплы эшсе итеп күрһәтә. Инвалидтарҙың ял ваҡытын ойоштороуға, музыкаль-әҙәби кисәләр, китап презентацияларын, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреүгә күп көсөн һала. 
20.07.2020
К Всемирному дню шоколада

Махсус китапханала Бөтә донъя шоколад көнөнә арналған "Тәмлетамаҡтар хыялы" шоколад яратыусылар осрашыуы уҙҙы. Был көндө китапханаға килеүселәр бер-нисә төр шоколад тәмләп ҡаранылар. Байрамдың килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр Instagram

19.07.2020
«Екатерина II и французские просветители».
"Екатерина II һәм француз мәғрифәтселәре" лекцияһы Екатерина II тураһындағы циклға инә. Уны 2018 йылда "Царицыно" дәүләт музей-заповеднигы сығарҙы. 
Тарихсы Сергей Карп ни өсөн Екатерина II Вольтер, Шарль Монтескьё, Фридрих  Мельхиор Гримм, Дени Дидро фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынғаны тураһында һөйләй. Лекцияның бер өлөшө  абсолютизмды тасуирлаған документҡа бағышлана. Екатерина уны Дидро һәм Монтескьё әҫәрҙәренән тәьҫирләнеп төҙөй.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.