"Һөнәрселәр ҡалаһы" опера-әкиәте

Опера-сказка «Город мастеров»

Яков Солодухоның опера-әкиәтен Н.И. Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академик балалар музыкаль театры артистары, хоры һәм оркестры башҡара. Дирижер: Виктор Яковлев. 1972 йыл. Тауыш тректары киләһе һылтанма буйынса:
Источник Культура.РФ: https://www.culture.ru/materials/253751/gorod-masterov 

Һайлау хоҡуғы буйынса конкурстың һуңғы этабы

Заключительный этап конкурса по избирательному праву

28 октябрь 14:00 сәғәттә ZOOM майҙанында мөмкинлектәре сикле граждандар араһында һайлау хоҡуғы буйынса конкурс үтәсәк. 
Һуңғы икенсе турҙа 18 йәштән оло бар теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса, дөрөҫ яуап биргән ҡатнашыусылар берәр балл алдылар.

Конкурс ҡатнашыусыларын интеллектуаль блиц-һорауҙар, һайлау хоҡуғы буйынса викторина һорауҙары көтә. Был этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк һәм бүләкләнәсәк. Иң әүҙем ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.
Конкурс ZOOM майҙанында онлайн режимда үтә. Күсеү өсөн һылтанма: https://us02web.zoom.us/j/85491986571
Алып барыусының һорауҙарына ҡатнашыусылар яуапты WhatsApp мессенджеры чатына ебәрергә тейештәр. 
Ҡатнашыусылар алдан үҙ аллы ZOOM платформаһына теркәлергә тейеш.
Конкурстың маҡсаты: мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе республиканың йәмғиәти-сәйәси тормошона ҡыҙыҡһыныу уятыу. 
Конкурстың ойоштороусылары Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы.

 

Иван Бунинға бағышлана

Ивану Бунину посвящается
Ивану Бунину посвящается
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре И. А. Буниндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған әҙәби ҡумта үткәрҙе. 
Иван Бунин рус яҙыусылары араһында тәүгеләрҙән булып Нобелев премияһына лайыҡ була. Ул бөтә донъяға билдәле классик. 
Рус яҙыусыһының тормош һәм ижад юлына бағышланған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала шиғырҙары яңғыраны, китапханасылар уның әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.

Рәшит Солтангәрәевтың хикәйәләр китабы донъя күрҙе

Издана книга рассказов Рашита Султангареева
Издана книга рассказов Рашита Султангареева
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Рәшит Солтангәрәевтың "Ҡояш әйләнеп ҡайтты" балалар өсөн хикәйәләр китабы донъя күрҙе. 
Китап рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән баҫылды. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китап абонементҡа һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

"Анна Германдың йырланмаған йыры" документаль фильм

Документальный фильм "Неспетая песня Анны Герман"
Анна Герман - рус телендә йырлаған  Польша йырсыһы. Документаль таҫма уның трагик яҙмышы, тыңлаусыларҙың уға ҡарата оло һөйөүе тураһында һөйләй.
Күсеү өсөн һылтанма:

Кремлдәге концерт 2019

Магия трех роялей. Концерт в Кремле 2019
Пианист-виртуоздар тамашасы һайлаған музыканы башҡарасаҡ! Вивальди һәм Григ, Моцарт һәм Бах, Мусоргский һәм Бетховен, Либертанго һәм Калинка! Шулай уҡ башҡа бөтә донъяға билдәле композициялар һәм Bel Suono солистарының автор әҫәрҙәре. 
Өс рояль тылсымы - Кремлдәге концерт 2019 киләһе һылтанма буйынса:

 https://youtu.be/MLELFSecmFs

 

Совет киноһының 5 романсы

5 культовых романсов советского кино

Совет фильмдарындағы йырҙар - бер-нисә быуындың яратҡан хиттары. "Мәҙәниәт.РФ" бер-нисә кинороманс тәҡдим итә: https://www.culture.ru/materials/186143/5-kultovykh-romansov-sovetskogo-...

Әҙәби-тарихи поход

Литературно-исторический поход

Махсус китапхана хеҙмәткәре Татьяна Резяпкина тыныс ваҡыт һәйкәленә видеоформатта экскурсия әҙерләне. Видеоролик Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәренә адреслана.

 

Мәҙәниәт коды: легендар оливье

Культурный код: легендарный оливье
Беҙ төрлө боронғо ашнаҡсы китаптарын уҡып сыҡтыҡ һәм Рәсәйҙең иң популяр салатының рецебы менән бүлешергә әҙер. Салатты XIX быуаттың 60-сы йылдарында француз Люсьен Оливье уйлап сығара. Мәскәү публикаһына ул бик ныҡ оҡшай. 
Күсеү өсөн һылтанма:
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.