Иғлан 

Объявление
Хөрмәтле уҡыусылар! 
Башҡортостан көнө байрамы айҡанлы 10 октябрь китапхана 17:00 сәғәткә тиклем эшләй. 
11 октябрь - ял көнө. 
12 октябрь - эш көнө. 
Администрация

"Бал еҫле башҡорт ере" фотокүргәҙмәһе

Республика көнө алдынан махсус китапханала "Бал еҫле башҡорт ере" күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Күргәҙмәлә республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәте һәм фолк стилендәге портреттар тәҡдим ителә. Күргәҙмәнең төп темаһы республикала киң үҫешкән бал, солоҡсолоҡ. 
Фотографиялар авторҙары араһында "Ағиҙел" фотоклубы ағзалары һәм ҡунаҡтар - "Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт" халыҡ-ара акцияла ҡатнашыусылар. 
Экспозиция китапхана диуарҙарын 2024 йылдың 20 ғинуарына тиклем биҙәйәсәк.

.

"Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында" ир-егетлек дәресе 

Урок мужества «Башкирия в годы Великой Отечественной»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында" ир-егетлек дәресе  үтте. Дәрескә Өфө статистика, информатика һәм һанау техникаһы колледжы студенттары килде. "Эҙләү" отряды командиры Елена Вязовцева Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан илдәр, уларҙың ҡоралдары, кеше юғалтыуҙары тураһында һөйләне. 
Тыңлаусылар тыл эшселәренең ҡаһарманлыҡтары, Өфөгә эвакуацияланған предприятиелар менән танышты. 
Тактиль күргәҙмә экспонаттары һуғыш көнкүрешенең бөтә ауырлығын, ҡатылығын күрһәтте.

"Кәртәләрҙе емереп" форум-күргәҙмәһендә иң яҡшы инклюзия практикаларын күрһәтәсәктәр. 

ЛУЧШИЕ ПРАКТИКИ ИНКЛЮЗИИ ПРЕДСТАВЯТ В УФЕ  НА ФОРУМЕ-ВЫСТАВКЕ «ЛОМАЯ БАРЬЕРЫ»
 
19 октябрҙан 21 октябрға тиклем "Торатау" конгресс-холл майҙанында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үтәсәк. Ойоштороусылары: Башҡортостан республика хакимиәте, яңы проекттарҙы күтәреү буйынса стратегик инициатива агентлығы, БР ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы. Сараның төп маҡсаты - социаль интеграция, инвалидтарҙы белем һәм профессиональ яҡтан үҫтереү, реабилитациялау йүнәлешендә эшләгән етештереү продукцияларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, физик мәҙәниәт һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. 
ЭШ ПРОГРАММАҺЫ
19 октябрь Форумдың төп сараһы - "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең пленар ултырышы" уҙасаҡ. Ултырышта республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашасаҡ. Пленар ултырышта 2023-2025 йылдарҙа Башҡортостан республикаһында "Инвалидтар өсөн көндөҙгө саралар ойоштороу" социаль проекттарына ҡул ҡуйыласаҡ. 
Форумдың өс көнлөк эшендә 180 спикер ҡатнашлығында 37 сара уҙасаҡ. Спикерҙар һәм делегаттар Минск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Өфө, Тула, Силәбе, Нижний Новгород, Улан-Удэ, Архангельск, Новосибирск, Һамар, Екатеринбург, Төмән, Тамбов, Краснодар, Саратов, Севастополь, Псков, Пенза, Киров, Ставрополь, Рязань, Ижевск ҡалаларынан киләсәк. Сарала профиль белгестәр һәм ябай граждандар ҡатнаша ала. 
ХАЛЫҠ ӨСӨН ПРОГРАММА 
Форум көндәрендә майҙанда халыҡ өсөн бушлай консультацион зоналар эшләйәсәк: республика медицина ойошмаларынан табиптар, министрлыҡтарҙан белгестәр, интерактив майҙандар, ҡаяға менеү буйынса мастер-кластар, паруслы катамаран буйынса таныштырыу мастер-класы, балалар телмәрен диагностикалау һәм консультациялау зоналары, "Изге республика"  шәфҡәтлелек йәрминкәһе, инклюзив мода, "Кәртәләрҙе емереп" балалар ижады фестиваленең гала-концерты һәм төрлө күргәҙмәләр.

Миңлегөл Хисамованың китаптары 

Книги Минигуль Хисамовой
Махсус китапхана абонементы лирик йырҙар һәм китаптар авторы, РФ дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, РБ яҙыусылар союзы ағзаһы Миңлегөл Хисамованың китап күргәҙмәһен ойоштора. 
Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы 1948 йылда Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында донъяға килә. 1972 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Ҡыйғы районы, Күмертау һәм Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Поэзияһының төп темалары: мөхәббәт, кешелек, күңел таҙалығы һәм намыҫ. "Тынлыҡтарҙа ҡалам", "Әсәйем нәҙере", "Һары мәтрүшкә" һ. б. китаптар авторы. Миңлегөл Хисамова шиғырҙарына С. А. Низаметдинов, Р. Р. Йыһанов, А. М. Ҡобағошов кеүек композиторҙар йырҙар ижад иткән. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Хисамова, М.

Куда спряталось солнце? [Текст Брайля] : стихи, загадки, сказки: на баш. яз. / М. Хисамова ; техн. ред. Р. Кутлумбетов; отв. за вып. Р. Х. Разина .— Уфа : БРСБС, 2012 .— 2 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2012.

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Хисамова, М.

Огненная тропа [Текст] : стихи : на баш. яз. / М. Хисамова .— Уфа : Китап, 2004 .— 238 с. — ISBN 5-295-03529-8 (Баш).

Хисамова, М.

Куда спряталось солнце? [Текст ] : стихи, загадки, сказки: на баш. яз. / М. Хисамова .— Уфа : Китап, 2012 .— 148 с .— (6+) 

Хисамова, Минигуль Салимьяновна.

Огненная тропа [Текст] = Утлы һүҡмағым : стихи : на баш. яз. / М. Хисамова .— Уфа : Китап, 2004 .— 238 с

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Хисамова, М. .

Ностальгия [Звукозапись] = Юҡһыныу : отрывок из сборника стихотворений : на баш. яз. / М. Хисамова ; читает Г. Байракаева ; звукооператор В. Бессольцев ; отв. за вып. А. Аминева .— Уфа : БРСБС, 2018 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM) : Формат МР3 .— (16+).

Хисамова, М.

Ностальгия [Звукозапись] : на башк. яз. / М. Хисамова .— Уфа : БРСБС, 2019 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С файлов жесткого диска БРСБС.

"Кескәй һуҡыр балалар өсөн иллюстрациялы китаптар" Фондтан бүләккә

Дар от Фонда «Иллюстрированные книжки для маленьких слепых детей»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана фонды бүләккә һуҡыр балалар өсөн иллюстрациялы китаптар алды. 
Китапханасылар 128-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен 3-4 төр иллюстрациялы китаптар менән таныштырҙы. Урман һәм Йылға әкиәттәрен уҡынылар. Балалар тактиль рәүештә геройҙар һәм сюжеттар менән танышты. 
Китаптар "Бүләккә китаптар" программаһы сиктәрендә баҫтырыла һәм таратыла. Уларҙа бейек контур, ҡабарынҡы конструкциялар, тактиль материалдар һәм ҙур шрифт ҡулланыла. Фигураларҙың үҙенсәлекле урынлашыуы китаптарҙы күҙ менән генә түгел, ә ҡул менән дә уҡырға ярҙам итә. Бынан тыш, баҫмаларға "уҡый торған ҡәләм" беркетелгән. Ул тексты һәм музыканы тауышландыра. 
Шулай итеп, программа сиктәрендә һуҡыр балалар полисенсор китаптарҙы бушлай ала. 
Александр Деген исемендәге был фондҡа һәм "Абсолют-Помощь" фондына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

 

"Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар" экомарафоны 

Экомарафон ПЕРЕРАБОТКА «Сдай макулатуру – спаси дерево!»
23 октябрҙан 13 ноябрға тиклем Башҡортостан республикаһында "Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар" экомарафоны  үтәсәк. Акция райондар һәм ҡалалар араһында ярыш һымаҡ уҙасаҡ. Еңеүселәр премиялар, рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк. 
Акцияның төп эше - кешеләрҙе тәбиғәт ресурстарын һаҡларға йәлеп итеү. 

Акцияла ҡатнашыу өсөн кәрәкмәгән макулатураны йыйырға һәм https://сдавай-бумагу.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк. 300-500 кг йыйған ҡатнашыусыларға аҡсалата премия түләнәсәк. Бер кг макулатура - 1-2 һум. Был премияны теләк буйынса һеҙ шәфҡәтлелек фондтарына күсерә алаһығыҙ. 
Акция "Ағас бүләк ит" краудфандинг проекты https://www.подари-дерево.рф ярҙамында үткәрелә.  
Оргкомитет: 8-913-088-38-08
Акция һөҙөмтәләре буйынса өлкәнең йәшел рейтингыһы төҙөләсәк ойоштороусылар транспорты менән сығарыласаҡ. 
Әгәр ҙә дөйөм һөҙөмтә 100 тондан аша икән, финалистар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ: 
1 урын: 
10 һирәк ағастарҙан торған аллея; 
Китапхана фонды (30 экземпляр); 
Телескоп. 
Йәки, еңеүсе теләге буйынса икенсе приз. 
2-се урын: 
Китапхана фонды (30 экземпляр) 
Микроскоп
3-сө урын: 
Китапхана фонды (20 экземпляр) 
Шулай уҡ, активистар ағас үҫентеләренә сертификат менән бүләкләнәсәк. 
Нимәләр тапшырырға мөмкин: журналдар, гәзиттәр, офис ҡағыҙҙары, дәфтәрҙәр, крафт ҡағыҙҙар, картондар, әҙәби ҡиммәте булмаған китаптар, архивтар һәм документация.

"Китапханалар. ПРОдвижение" Бөтә Рәсәй конкурсы 

Всероссийский конкурс «Библиотеки. ПРОдвижение»
1 сентябрь "Китапханалар. ПРОдвижение" Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Унда төрлө баҫҡыстағы муниципаль һәм дәүләт китапханалар ҡатнаша ала. Еңеүселәр аҡсалата приз аласаҡ. Конкурстың учредителе: РФ мәҙәниәт министрлығы, ойоштороусыһы: Рәсәй дәүләт китапханаһы. Сараның маҡсаты: офлайн һәм онлайн майҙанда китапханаларҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы практикаларҙы табыу. 
Төплөрәк мәғлүмәт Конкурстар бүлегендә.

"Бушҡа түгел" мәктәбе 

Школа «НеЗря»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Брайль системаһы буйынса уҡыу һәм яҙыу мәктәбе эшләй башланы. Дәрестәрҙе китапхананың әүҙем ҡулланыусыһы Гүзәл Хәсәнова алып бара. 
Дәрескә күреү һәләтен юғалтҡан 30 йәштән алып 68 йәшкә тиклемге тыңлаусылар йөрөй. 
Брайль шрифы - ул ҡабарынҡы нөктәле тактиль шрифт. Был шрифта 6 нөктә ҡулланыла. Брайль шрифы менән яҙыу һәм уҡыу еңел эш түгел. Уның классик аздарына беҙҙең уҡыусылар өйрәнә. Аҙаҡ, ябай һәм классик Брайль системаһына өйрәнгәндән һуң, уҡыусылар Брайль дисплейына күсә ала. 
Брайль дисплейы - ул ҡабарынҡы-нөктәле шрифты йыйыусы электрон ҡулайлама. Ул һуҡырҙарға мәғлүмәтте компьютерҙан һәм телефондан бармаҡ менән уҡыу мөмкинлеген бирә. 
#БРСБС 
#БУШҠАТҮГЕЛМӘКТӘБЕ 
#БРАЙЛЬ
 

#БРСБС

#ШКОЛАНЕЗРЯ

#БРАЙЛЬ

"Ушинскийҙың әкиәт дәрестәре" инвалид балалар араһында республика ижади конкурсы

Республиканский творческий конкурс среди детей-инвалидов «Сказочные уроки Ушинского»
Конкурс К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала. Инвалид балаларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын китап уҡыуға ылыҡтырыу маҡсатынан сығып ойошторола. Конкурс 1 июндән 15 ноябрға тиклем бара. Ойоштороусылары: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, муниципаль китапханалар, ижади берекмәләр һәм ойошмалар, Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. 
Конкурста мәктәп йәшенә тиклемге, 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар, инвалид балалары булған ғаилә ағзалары ҡатнаша ала. Конкурсҡа индивидуаль һәм коллектив эштәр ҡабул ителә. 
Өс номинация буласаҡ: 
1."Константин Ушинский әкиәттәренең тылсымлы аҡылы": инша, эссе, хикәйә яҙыу. 
2. "Константин Ушинскийҙың бала саҡ донъяһы": буктрейлерҙар, презентациялар әҙерләү. 
3. "Китап хазиналары": тактиль китаптар тәҡдим итеү. 
Тулыраҡ мәғлүмәт Конкурстар бүлегендә.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.