Ҡарарға тәҡдим итәбеҙ 

Предлагаем к просмотру
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! 
Бөгөн, 1 ғинуар, һеҙҙең иғтибарға бер-нисә трансляция тәҡдим итәбеҙ: 
Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры. Төнгөлөккә әкиәт. Г. Х. Андерсон "Борсаҡ өҫтөндә принцесса". РБ атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина уҡый. https://www.youtube.com/channel/UCXg67D8XkmbFlD4InptY 
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 
БДҠТ артистары башҡарыуында "Төнгөлөккә әкиәт" рубрикаһы.

https://www.youtube.com/channel/UCXg67D8XkmbFlD4InptY..

 

 

 

"Садко" операһы 

Опера "Садко"
 
Николай Римский-Корсаков һәм Владимир Бельский
12+ 
3 шаршауҙағы опера-былина 
Премьера датаһы: 25.11.2022 
Дауамы: 4 сәғәт 
Ҡуйыусы режиссер: Асҡар Абдразаҡов.
Ҡуйыусы дирижер: Феликс Коробов.
Ҡуйыусы рәссам: Иван Складчиков. 
Ҡуйыусы хормейстер, дирижёр: Александр Алексеев. 
Һыу аҫты батшалығы картинаһын ҡуйыусы хореограф: Маргарита Дроздова. 
Балет педагог-репетиторҙары: Елена Фомина, Анна Хәсәнова, Людмила Шапкина. 
Яуаплы концертмейстерҙар: Эльвина Аҡбаева, Екатерина Лялина, Маргарита Шакирова һ. б.
 

Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы 2024 йыл менән!

С новым 2024 годом!
Хөрмәтле китап уҡыусылар һәм коллегалар!
 
Яңы йылда һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға һаулыҡ һәм шатлыҡтар, изгелек һәм аңлашыусанлыҡ, өмөт һәм уңыштар теләйбеҙ! Көтөп алған һәм яратҡан был байрамда сихри әкиәт донъяһы үҙенең йылыһы менән йөрәгегеҙҙе тултырһын, яҡты киләсәккә өмөт уятһын!
Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы 2024 йыл менән! Бөтәбеҙ өсөн дә яңы идеяларға, билдәле ваҡиғаларға, яңы башланғыстарға бай йыл булһын!
Яңы йыл төнөндә уйлаған уйҙарығыҙ, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, йыл әйләнәһенә тик шатлыҡ –ҡыуаныстар, уңыштар, туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың мөхәббәте һәм иғтибары оҙатып барһын.
 

Башҡорт опера һәм балет театры Жорж Бизеның "Кармен" операһын онлайн трансляцияла күрһәтә.

Онлайн трансляция оперы «Кармен» Жоржа Бизе в постановке  Башкирского театра оперы и балета

Хөрмәтле китапхана ҡулланыусылары!
Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт опера һәм балет театры Жорж Бизеның "Кармен" операһын онлайн трансляцияһын тәҡдим итәбеҙ.
Трансляция 20 март 19:00 сәғәттә башлана.

Репертуарҙағы спектаклдәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының видео-хостингыһында онлайн режимда күрһәтеләсәк. https://www.youtube.com/channel/UCfW4myn8NvUYA2gZM4EXpQw/featured?app=desktop

Постановки будут сыграны артистами театра при пустом зале.

По материалу  Министерства культуры Республики Башкортостан

Марсель Сәлимов әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһе 

Книжная выставка произведений Марселя Салимова
Махсус китапхана абонементы Марсель Сәлимовтың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә яҙыусының тыуыуына 75 йыл тулыуға арнала. 
Марсель Сәлимов (псевдонимы Мар. Сәлим) Борай районы Сәйет-Көрйә ауылында 1949 йылда донъяға килгән. Атаһы Сәлимгәрәев Шайнур Сәлимгәрәй улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауыл корреспонденты булған. Фәймә Фәмүтдинова - әсәһе - ауыл эшсеһе, колхозда эшләй. 
1971 йылда Марсель Шайнур улы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. 1980 йылда Свердловск партия мәктәбенең "политология" бүлеген тамамлай. Университеттан һуң, Совет армияһы офицеры булараҡ, 2 йыл Төнъяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт итә. 
1973 йылдан алып "Һәнәк" республика сатира һәм юмор журналында эшләй. 1980-2010 йй - журналдың төп мөхәррире. 
Буласаҡ яҙыусы мәктәп йылдарынан уҡ яҙыша башлай. 14 йәшендә урындағы гәзит һәм журналдарҙа баҫыла. "Сер тоҡсайы" исемле тәүге китабы 1982 йылда донъя күрә. Әлеге мәлдә ул 30 ашыу китаптар авторы. Уның әҫәрҙәре 40 телдә тәржемә ителгән.

На книжной выставке представлены, книги, изданные рельефно-точечным шрифтом:

Салимов, М. Ш. О, времена. [Шрифт Брайля] = Заманына күрә көлкөһө: сатира и юмор: на баяш. яз. / Марсель Салимов; техн. ред. по Брайлю Р. Кутлумбетов; ред. по Брайлю Г. Байракаева; отв. за вып. А. Аминева. — 1-е изд. по Брайлю. — Уфа: БРСБС, 2016. — 3 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2015.

«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:

Салимов, М. Девяносто девять любовей [Звукозапись]: повести и рассказы: на баш. яз. / Чит. Р. Каримова. — Уфа: БРСБС, 1996. — 2 мфк. (7 ч. 30 м.): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: Уфа: Слово, 1994.

Салимов, М. Хоть смейся, хоть не смейся [Звукозапись]: на тат. яз. / М. Салимов; чит. Ф. Калимуллин. — Уфа: БРСБС, 2005. — 2 мфк. (7 ч. 48 м): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: Казань: Тат. кн. изд-во, 1998; ТРСБС, 2004

«Говорящие» книги на СД-дисках:

Салимов, М.Ш. О, времена. [Звукозапись] = Заманыны күрә көлкөһө: на баш. яз. / Марсель Салимов; чит. автор; звукооператор В. Бессольцев; отв. за вып. А. Аминева. — Уфа: БРСБС, 2016. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): Формат МР3. — С изд.: Уфа; Китап,2015. 

Салимов, М.Ш. Президентский кот [Электронный ресурс. Звукозапись]: рассказы, фельетоны, юморески / М. Ш. Салимов; чит. автор; звукооператор В. Бессольцев; отв. за вып. И.Н. Кучербаева. — Уфа: БРСБС, 2017. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): Формат МР3. — С изд.: М.: Союз независимых авторов и издателей, 2016.

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Салимов, Марсель Шайнурович. Мөхәббәтле каләм = Перо с любовью [Текст]: лирика и юмор: на тат., баш., рус. яз. / М. Салим. — Казань: Идел-пресс, 2005. — 128 с. 

Салимов, М.Ш. О времена [Текст]: сатира и юмор: на баш. яз. / М.Ш. Салимов. — Уфа: Китап, 2015. — 286 с. — (16+)

Салимов, Марсель Шайнурович. От смешного до великого [Текст]: стихотворения, басни: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Интернациональный союз писателей, 2015. — 144 с.

Салимов, М. Ш. Какое время – такой и смех [Текст]: сатира, юмор, лирика: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Российский писатель, 2013. — 127 с.

Салимов, М. Ш. Миссия той пассии [Текст]: Сатирическая повесть, рассказы, юморески: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Интернациональный союз писателей, 2015. — 160 с. — (Сер. "Современники и классики") 

Салимов, М.Ш. Президентский кот [Текст]: рассказы, сатирески, фельетоны, юморески: пер. с баш. / Мар. Салим (М. Салимов). — М.: Союз независимых авторов и издателей, 2016. — 116 с. — (Сер. "Парламентская серия"

Сираттағы квест уйыны үтте. 

Прошел очередной квест
Махсус китапханала "Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте. Ҡыҙыҡлы уйын Пушкин картаһы буйынса үткәрелде. Сарала Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ҡатнашты. 
Ҡатнашыусылар китапханасылар етәкселеге аҫтында һәм үҙаллы ҡараңғы бүлмәләр буйлап йөрөнөләр. Был уларға һуҡырҙар тормошон тойорға һәм аңларға ярҙам итте. Тауыштар, еҫтәр барыһы ла уларға тәҡдим ителде. 
Уйын аҙағында ҡатнашыусылар тифлокомментарийлы йәнһүрәт ҡаранылар.
#пушкинскаякарта

"Конституция - дәүләттең төп ҡануны" китап күргәҙмәһе 

Книжная выставка «Конституция -основной закон государства»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Конституция - дәүләттең төп ҡануны" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә Башҡортостан республикаһының конституция ҡабул итеүенә 30 йыл тулыуға арнала. 

Башҡортостанда конституцион ҡануниәт үҫтереүгә республиканың дәүләт суверенитетын алыу булышлыҡ итә. Әлеге Конституцияның тексы үҙ эсенә инеш өлөш, 2 бүлек һәм 126 статья индергән. Конституция республика конституцияһы төҙөлөшөнөң нигеҙҙәрен теркәй. Ул Башҡортостандың РФ составындағы демократик хаҡлы республика икәнлеген раҫлай. 
Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Конституция Республики Башкортостан [Текст Брайля] / ; Технич. ред. Н.А. Юдина; ред. по Брайлю А.Ф. Абизова .— Уфа : БРСБС, 2010 .— 1 кн. — Перепеч.: Уфа: Мир печати.

Плоско-печатные издания:

Конституция Республики Башкортостан [Текст] .— Уфа : ИП Поляковский Ю.И., 2006 .— 40 с.

Конституция Республики Башкортостан [Текст] : С посл. изм. и доп. от 15 июня 2006 г. № 322-з .— Уфа, 2007 .— 43 

Конституция Республики Башкортостан [Текст] : с изм. и доп. внесен. ...законом РБ от 18 сент. 2008 г. № 23-з .— Уфа : Секретариат Гос. Собр.- Курултая-РБ, 2008 .— 44 с.

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Башкортостан - россии край бесценный [Электронный ресурс] : библиогр. указ. / ; Сост. Н. Насертдинова; web-разработчик Р. Кутлумбетов; отв. за вып. Р. Разина .— Уфа : БРСБС, 2010 .— 1 электрон. опт. диск .— Системн. требования: CD-ROM, Internet Explorer 6.

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәре башҡорт телендә нәшер ителде 

Издано произведение Гульсиры Гизатуллиной на башкирском языке
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан республика Яҙыусылар союзы ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Һәҙиә" китабы донъя күрҙе. 
Гөлсирә Ғиззәтуллина башҡорт әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ прозаһын иң яҡшы асыусы кеше. Ул яҙыусы хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарай. Һәр кеше тыумыштан Хоҙай тарафынан талант менән бүләкләнгән тип иҫәпләй ул. 

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ҡайһы бер әҫәрҙәре төрөк һәм рус телдәренә тәржемә ителгән. "Һәҙиә" романы трагик яҙмышлы яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға бағышлана. 
Әҫәр өс китапта Брайль шрифында башҡорт телендә нәшер ителде. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китап махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Күргәҙмә-инсталяция 

Выставка-инсталяция
Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлегендә "Һуҡырҙар өсөн китаптарҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: Брайль шрифлы ҡулъяҙманан алып флешкарталарҙағы "һөйләй торған" китаптарға тиклем" күргәҙмә-инсталяцияһы асылды. 

Күргәҙмә һуҡырҙар өсөн китаптарҙың бөтә алыҫ юлын аса: тәүге ҡағыҙҙағы яҙмалар, үҙ эсенә киң донъяны һыйҙырған кескәй флешкарталар. 
Элек-электән кешеләр донъяға яраҡлашыу ысулдарын эҙләгән. 14 йәшендә һуҡыр ҡалған Луи Брайль һуҡырҙар өсөн алты нөктәгә нигеҙләнгән алфавит уйлап таба. Ул әлеге мәлдә лә бөтә донъяла һуҡырҙар тарафынан уңышлы ҡулланыла. Брайль шрифы менән яҙыуҙа грифель һәм рамка ҡулланыла. 
Күреү һәләтенән яҙыусылар мәғлүмәтте тауыш һәм тотоп ҡарау ярҙамында ала. Яҡындағы кешеләр һуҡырҙарға эргәлә барған ваҡиғаларҙы һөйләп аңлата барған. Шулай итеп тифлокомментарийлау барлыҡҡа килгән. Һуҡырҙарға икенселәр тауыштан китап уҡығандар. Ошолар тауышлы "һөйләй торған китаптар" нигеҙенә ингән дә инде. Грампластинкаларға музыкаль әҫәрҙәр, китаптар, дәрестәр, әкиәттәр яҙҙырылған. Тора бара уларҙы магнитофон алыштыра. Ә хәҙерге заманда китаптар кескәй флешкарталарҙа йөрөй. 
Күргәҙмәлә уникаль һәм эксклюзив әйберҙәр - грифель, Брайль буйынса әсбаптар, төрлө техника, ҙур раритет магнитофон Эльфа һ. б. тәҡдим ителә.

Башҡорт теле көнө

В День башкирского языка
Башҡорт теле көнөндә махсус китапханала, 14 декабрь, "Ата-бабам теле һүнмәҫкә тейеш" фольклор сара үтәсәк. Был көн бик үҙенсәлекле. Сөнки был көндә шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. 
Махсус китапхананың Бәйләнештә https://clck.ru/375ufr социаль селтәре сараның трансляцияһын алып барасаҡ. Тамашасылар Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән таныша аласаҡ, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева кеүек башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының шиғырҙарын ишетәсәк. 
Сара ҡунаҡтарға башҡорт теле байлығын күрергә, иҫ киткес мираҫына төшөнөргә мөмкинлек бирәсәк. 
Сара 15.00 сәғәттә башлана.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.