Бөгөн Рәсәйҙә Пушкин көнө - Рус теле көнө билдәләнә. Тап 6 июнь 1799 йылда шағир донъяға килгән. Был көн дәүләт статусын 1997 йылда ала. Ә 2011 йылда Рәсәй президенты 6 июнь Рус теле көнөн байрам итеп һанауға указға ҡул ҡуя.
Был көндө балалар үҙәге китапханасыһы Татьяна тура эфирҙа тамашасыларға рус шағирының, драматургының, прозаигының тормошо һәм ижады юлы, уның иң билдәле әҫәрҙәре һәм геройҙары тураһында һөйләне. Балалар әкиәт викторинаһында ҡатнашты. 
Трансляция видеояҙмаһы Одноклассники платформаһында.

на платформе Одноклассники

 

Иванға ете йәш тулғас, атаһы үлеп ҡала. Әсәләре Авдотья Шацкаяға балаларҙы тәрбиәләүҙә уларҙың тәре атаһы Николай Трегубов, элекке моряк, ярҙам итә. Тәүге мәлдәрҙә ул балаларға математика, тарих һәм география фәндәренә өйрәтә. Балаларға бөтә күңелен һала. Улар өсөн баш ҡаланан журнал, китаптар, брошюралар алыу өсөн дә аҡсаларын йәлләмәй. 
1820 йылдан алып 1822 йылға тиклем Гончаров Семберҙә Екатерина Хованскаяның шәхси пансионында белем ала. Унда ул немец һәм француз телдәрен өйрәнә. 
Буласаҡ яҙыусыға ун йәш тулғас, әсәһе уны Мәскәү сауҙа училищеһына уҡырға ебәрә. Училищела арифметика, бухгалтерия, хоҡуҡ, һүрәт төшөрөү, йыр һәм бейеү дәрестәрен бирәләр. 
Гончаров бик яҡшы уҡый һәм йыш ҡына почет таҡтаһына эләгеп тора. Әммә училищела уҡыу уға ҡыҙыҡлы булмай. 1830 йылда үҙ теләге менән училищенан китә. Сөнки уның күңелендә әҙәбиәткә һөйөү хисе уяна. 
Бер йыл буйына Иван Мәскәү университетына уҡырға инергә әҙерләнә. Бының өсөн ул грек телен ятлап ала. Егеттең тырышлығы бушҡа китмәй. Имтихандарҙы тик яҡшы билдәләргә тапшырып, һүҙ бүлегенә уҡырға инә. Уның менән бер ваҡытта Мәскәү университетында Александр Герцен, Виссарион Белинский ҙа уҡый. 
Яҙыусының тәүге әҫәрҙәре 
1834 йылда Гончаров университетты тамамлап, Сембергә ҡайта. Тиҙҙән ул Сембер губернаторы Александр Загряжскийҙың сәркәтибе булып китә. Шулай итеп, Иван Семберҙә бер йыл йәшәгәндән һуң, Петербург ҡалаһына сығып китә. Унда ул Финанс министрлығына сит телдәр менән аралашыу өсөн тәржемәсе булып эш башлай. Тағы ла ул латынь һәм рус телдәрендә шәхси дәрестәр бирә. Уҡыусылары араһында Аполлон һәм Валериан Майковтар ҙа була. 
Майковтар йортонда үткән әҙәби кистәрҙә Гончаров Федор Достоевский, Иван Тургенев, Николай Некрасов менән таныша. Бындай осрашыуҙар Иванды әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға дәртләндерә. "Умырзая", "Айлы төндәр" журналдарында уның тәүге хикәйә һәм очерктары баҫыла башлай. Ошо мәлдә ул үҙен шиғриәттә һынай башлай. 
1840 йылда Гончаров үҙенең тәүге "Сатириктар" романын яҙа башлай. Әммә яҙып бөтмәй, юҡҡа сығара. 
Киләһе ҙур әҫәре - "Ябай тарих" провинция дворянины Александр Адуевтың тормошо тураһында. Бынан һуң, бер-бер артлы донъя күргән "Обломов", "Паллада", "Обрыв" яҙыусыға иҫ киткес ҙур танылыу килтерә. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы, ҡулланыусылары иғтибарына, рус яҙыусыһы һәм тәнҡитсе Иван Гончаровтың тыуыуына 210 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Иван Гончаров 1812 йылдың 18 июнендә Семберҙә бай сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Александр Гончаров шәм заводын тотҡан. Ивандан тыш, ғаиләлә тағы өс бала үҫә: Николай, Анна һәм Александра. 

По материалам культура.РФ

На выставке представлены книги из фондов специкальной библиотеки, изданные в разные годы:

Издания рельефно-точечного шрифта Брайля:

Гончаров, И. А. .

Обломов [Шрифт Брайля] : роман / И. А. Гончаров .— 1-е изд. по Брайлю .— М. : Репро, 2015 .— 9 кн. — (Школьная библиотека) .— Перепеч.: М. : Правда, 1972.-(12+) .— ISBN 978-5-7693-0720-1.

 

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Гончаров, И. А. .

Обыкновенная история [Текст] : роман / И. А. Гончаров .— М. : Советская Россия, 1987 .— 304 с. — (16+) .— Дар BRSBS : 33927.

 

Книги, изданные укрупненным шрифтом для слабовидящих:

Гончаров, И. А.

Обломов. В 2-х кн. Кн.1 [Текст] / И. А. Гончаров .— М. : ЛогосВОС, 2011 .— 531 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Художественная литература, 1969 .— ISBN 978-5-419-00156-5 (365,75) .
Гончаров, И. А.

Обломов. В 2-х кн. Кн.2. [Текст] / И. А. Гончаров .— М. : ЛогосВОС, 2011 .— 388 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Художественная литература, 1969 .— ISBN 978-5-419-00156-5 (266,75) .
Гончаров, И. А.

Обыкновенная история [Текст] .— М. : ЛогосВОС, 2011 .— 539 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Художественная литература, 1977 .— ISBN 978-5-419-00287-6 (393,25) .

Гончаров, И. А.

Обломов. В 2-х кн. Кн.1 [Текст] / И. А. Гончаров .— М. : ЛогосВОС, 2011 .— 531 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Художественная литература, 1969 .— ISBN 978-5-419-00156-5 (365,75) .
Гончаров, И. А.

Обломов. В 2-х кн. Кн.2. [Текст] / И. А. Гончаров .— М. : ЛогосВОС, 2011 .— 388 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Художественная литература, 1969 .— ISBN 978-5-419-00156-5 (266,75) .
Гончаров, И. А.

Обыкновенная история [Текст] .— М. : ЛогосВОС, 2011 .— 539 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Художественная литература, 1977 .— ISBN 978-5-419-00287-6 (393,25) .

«Говорящие» книги на оптических СД-дисках:

Гончаров, И.А.

Обыкновенная история [Электронный ресурс] : роман / И.а. Гончаров ; чит. М. Иванова .— М. : Логос ВОС, 2004 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 16 ч 58 м 49 с.- формат МР3 .— (Говорящая книга для слепых) .— С изд.: М.: Худож. лит., 1983.

 

 

1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был байрамды бөтә донъяла 1950 йылдан алып хөрмәтләйҙәр. 
Был көндө махсус китапханала әҙәби уйын үткәрелде. Балалар, китапханасылар менән бергә, яратҡан әкиәттәрҙән геройҙарҙы хәтергә төшөрҙөләр. А. С. Пушкин әкиәттәре буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалында ла был байрамды билдәләү ситтә тороп ҡалманы. Китапханасылар балаларға байрамдың тарихы тураһында һөйләнеләр. Сара йомаҡтар, әйтемдәр, мәҡәлдәр менән оҙатылып барҙы.

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы "Үҙең булып ҡалғанда" китап күргәҙмәһен асты. Күргәҙмә Гүзәл Ситдиҡованың 70 йәшлек юбилейына арналды. 
Билдәле шағирә, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылда Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Бала саҡтан шиғырҙар яҙа, музыка һәм спорт менән шөғөлләнә. Яҡшы итеп һүрәт төшөрә. Тәүҙә Белорет педагогия училищеһын, аҙаҡ Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының китапхана эше факультетын тамамлай. Ижадының үҙенсәлекле өлөшөн балалар өсөн яҙылған хикәйәләр тәшкил итә: "Ете шишмә", "Тик-так" һәм башҡалар. Гүзәл Ситдиҡова Башҡортостан республикаһының Почет грамотаһы, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.

Издания рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Ситдикова Г. Говорящая машина. [Шрифт Брайля] / ГБУК РБ БРСБС им М.Х.Тухватшина; Г.Ситдикова;редактор по Брайлю А.Валиева; Корректор по Брайлю З.Сулейманова; ответственный за выпуск А.Аминева.-Уфа, 2022.-Перепеч.6уфа:Китап,2010

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Ситдикова, Гүзәл. Күсле ил - көслө ил [Текст] : Күңел сәхифәләрә, шиғырҙар / Г. Ситдиҡова .— Өфө : Китап, 2007 .— ISBN 978-5-295-04224-9.

«Говорящие» книги с жесткого диска:

Ситдикова, Г. Стихи [Звукозапись] / Г. Ситдикова .— Уфа : БРСБС, 2019 .— 1 фжд : Формат MP3 .— (По страницам Агидели) .— С изд. : С файлов жесткого диска БРСБС.

 

31 май Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Һүҙ сәнғәте: талант һәм һөнәр" әҙәби бүлмәһенең онлайн трансляцияһы үтте. Эфир рус совет яҙыусыһы, сценарист һәм мөғәллим, журналист, хәрби корреспондент, тәржемәсе Константин Паустовскийҙың тыуыуына 150 тулыуға арналды. 
Китапханасылар социаль селтәрҙә яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләнеләр, уның хикәйәләре сюжеттарын иҫкә төшөрҙөләр. "Тимер йөҙөк" хикәйәһенән өҙөк уҡынылар. Эфир аҙағында ҡатнашыусыларға китапхана фондында һаҡланған китаптар исемлеге тәҡдим ителде.

Махсус китапханала "Өфө библиоэңерҙәре" үтеп китте. 
Быйылғы акция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йыллығына арналды. 
Библиоэңерҙәр бер-нисә майҙанда онлайн һәм офлайн форматта үтте: баш махсус китапханала, уның филиалдарында - Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларында. Майҙандағы бөтә ҡунаҡтарға ла китапханасылар республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләне. 
Теләүселәр экскурсия барышында махсус китапхананың төп эшмәкәрлеге  менән танышты. Балалар майҙансығында иң кескәй ҡунаҡтар тактиль китаптар эшләүҙә ҡулланылған материалдар, ҡулдан тегелгән ҡурсаҡтар менән танышты. Ошонда уҡ "Тылсымлы лампа" ҡурсаҡ театры Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар тураһында спектакль күрһәтте. Шулай уҡ, балалар өсөн күңелле викторина үтте. 
Башҡорт халыҡ кейеме "Селтәр" студияһы ҡатнашыусылары сувенирлы түшелдерек эшләү буйынса мастер-класс алып барҙы. 
Тауыш яҙҙырыу студияһында ҡунаҡтар үҙҙәрен диктор ролендә һынап ҡаранылар. Рус һәм башҡорт телдәрендә әкиәт тауышландырҙылар. 
Концерт программаһында "Дуҫтар тауышы" һәм "Умырзая" һәүәҫкәр вокал төркөмдәре сығыш яһаны. Әйткәндәй, улар махсус китапхананың даими дуҫтары. Бөтә еңеүселәргә лә бүләктәр таратылды. 
Акцияла бөтәһе онлайн форматта 2ХХ кеше, офлайн форматта 2хх кеше ҡатнашты.

 
"Беҙҙең еңеү" ойошма комитеты теләге буйынса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына таксила бушлай йөрөү программаһы ебәрелде. Ул 2022 йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. 
Такси менән төрлө маҡсат буйынса бушлай йөрөргә мөмкин. Ветерандар менән бергә уларҙы оҙатыусылар ҙа йөрөй ала. 
Был хеҙмәтләндереүгә инәләр: 
- Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары; 
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар; 
- Бөйөк Ватан һуғышында һуңғы йылдарҙа хеҙмәткә саҡырылғандар; 
- Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ПВО-ла эшләүселәр. 
Таксины теләһә ҡайһы ваҡытта, ветеранға теркәлгән соц. яҡлау хеҙмәткәренә шылтыратып саҡырырға мөмкин.
24 май М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Кәкүк сәйе" байрамы үтте. 
"Кәкүк сәйе" - йола байрамдарының береһе. Ул Башҡортостандың Урал аръяғында, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм урта райондарында киң таралған байрам. 

"Башҡорт энциклопедияһы"нда әйтелеүенсә, байрам яҙҙы ҡаршылауҙың үҙенсәлекле күренеше. Йыл һайын, ҡар иреп, үләндәр йәшәргәс, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр һәм балалар яланға ағылған. Оло ирҙәр был байрамда ҡатнашмаған. Кәкүк килгән ваҡытта яландарҙа ашай торған ҡыр үләндәре лә өлгөргән: ҡуҙғалаҡ, оҫҡон, йыуа, балдыҙ һәм башҡалар.  
Байрамдың төп өлөшө, әлбиттә, сәй эсеү булған. Сәй өсөн һәр кем тәмлекәстәр килтергән: бәлештәр, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, ғөбәҙиә, бал, сәк-сәк, эремсек һ.б. Күстәнәстәрҙең ниндәйҙер өлөшө кәкүкте һыйлауға киткән. Балалар ҡошҡа һөт, ҡатыҡ ҡойған, ағас төбөнә йомортҡалар ҡалдырған, ә ботаҡтарға ҡыҙыл таҫмалар элгәндәр. 
Ҡатын-ҡыҙҙар сәй, тамаҡ әҙерләгән, йәштәр төрлө халыҡ уйындарын уйнаған, бейеүҙәр бейегән, йырҙар йырлаған. 
Сәй ваҡытында оло ҡатындар төрлө тарихтар, легендалар, әкиәттәр һөйләгән. 
Сарала китапханасылар халыҡ әкиәттәрен һәм шиғырҙар уҡыны, күңелле викторина уйнатты, тәмле сәй табыны әҙерләне.
Инвалид балалар араһында йыл һайын үткәрелеп торған Республика ижади конкурс китап уҡыуға ылыҡтырыу маҡсатына таяна. Ойоштороусыһы - РБ мәҙәниәт министрлығы. Шулай уҡ, ойоштороуҙа Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ҡатнаша. Уларға инвалидтар менән эшләгән муниципаль китапханалар, ижади берекмәләр, йәмәғәт ойошмалары ярҙам итә. 
Конкурста 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар ҡатнаша ала. 
Конкурсҡа индивидуаль һәм коллектив эштәр ҡабул ителә. Конкурстың үткәрелеү ваҡыты һәм ҡатнашыу ҡағиҙәләре буйынса Конкурстар бүлегендә танышырға мөмкин. в разделе Конкурсы.
 

Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы Йылы сиктәрендә 2022 йылдың 28 майында Бөтә Рәсәй Библиотөн-2022 акцияһы үтәсәк. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ла "Өфө библиоэңерҙәре" ойоштороласаҡ. Китапханасылар ҡунаҡтарға республикабыҙҙа йәшәгән халыҡ йолалары тураһында һөйләйәсәктәр. Сара китапхана эсендә лә, онлайн форматта ла барасаҡ. 


"Китапхана лабиринттары" экскурсияһы бар теләүселәрҙе махсус китапхананың төп йүнәлештәре - төрлө телдәрҙә мәғлүмәт һаҡлау, һуҡырҙар өсөн Брайль шрифтында рус һәм башҡорт телдәрендә китаптар сығарыу менән таныштырасаҡ. 
Халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ҡунаҡтар "Фольклор ултырыш" майҙанында беләсәк. 
Балалар майҙансығында кескәйҙәр өсөн эшләнелгән махсус тактиль китаптар, уларҙы әҙерләү материалдары, ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Ошонда уҡ "Тылсымлы лампа" ҡурсаҡ театры Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар тураһында спектакль күрһәтәсәк. 
Башҡорт халыҡ кейеме "Селтәр" студияһы ҡатнашыусылары балалар өсөн фольклор уйындар алып барасаҡ, милли кейем элементтарын әҙерләү буйынса мастер-класс үткәрәсәк. 
Сара барышында "Милли кейем - халҡым мираҫы" фотозонаһы эшләйәсәк. 
Акция аҙағында ҡатнашыусыларҙы концерт программаһы һәм конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы көтә. "Халыҡ әкиәттәре" онлайн марафоны сиктәрендә, китапханасылар социаль селтәрҙәрҙә сыуаш телендә "Бейеүсе төлкө" видеоәкиәте менән ҡатнашасаҡ. 
Махсус китапхана филиалдары ла Библиотөн акцияһында ҡатнашасаҡ. 
Бәләбәй филиалында мастер-класстар үткәреләсәк, Белорет ҡалаһындағы филиал ҡунаҡтарына фольклор-йолалар байрамын ойошторасаҡ, Стәрлетамаҡтағы коллегаларыбыҙ балалар өсөн башҡорт халыҡ ҡурсаҡтарын әҙерләү буйынса мастер-класс үткәрәсәк.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.