Махсус китапхана даими рәүештә үҙенең нәшриәт эшмәкәрлеген киңәйтә бара. Бөтә тормошҡа ашырылған баҫма проекттар белемде үҫтереүгә, милләт теленә, йолаларға, фольклор хазинаға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон һәм ҡыҙыҡһыныу формалаштырырға йүнәлтелгән.
Китаптар заманса тифлоҡорамалдарҙа баҫтырыла, китапхана республика маҡсатлы программалар, һуҡыр ҡулланыусылар һәм муниципаль китапханалар һорауы буйынса эшләй, баҫмалар күбеһенсә тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәтен яҡтырта. "Китап" нәшриәте менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итеү башҡорт һәм рус телдәрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифлы китаптар фондын формалаштырырға булышлыҡ итте. Мостай Кәрим, Наил Ғәйетбаев, Аҡмулла, Салауат Юлаев кеүек билдәле башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Брайль шрифында баҫтырылды.
Тик һуҡыр уҡыусылар өсөн китапхана фондында, Башҡортостанда тыуып оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәгән, боронғо һәм урта быуат Урта Азия тарихы тураһында әҫәрҙәр авторы Йәүҙәт Ильясовтың ғына китабы юҡ ине. Уның ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе - туғыҙ повесть һәм романдар, йөҙләгән шиғырҙар, мәҡәләләр һәм тәржемәләр. Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында төрлө йүнәлештә тығыҙ хеҙмәттәшлек бара. Шул иҫәптән, мәҙәниәт өлкәһендә лә. Йәүҙәт Ильясов Башҡорт АССР Бәләбәй кантоны, хәҙерге Йәрмәкәй районында тыуған. Аҙаҡ ғаилә Үзбәкстанға күсеп килә. Уның китаптары бер ҡасан да кәштәлә буш ятмай. Улар китап уҡыусының йөрәгенә дөрөҫ юл таба белә.
Махсус китапхана ла брайль шрифында Йәүҙәт Ильясовтың "Ҡара тол ҡатын" китабын баҫтырҙы. Рәсәйҙә, Башҡортостанда һәм Үзбәкстанда был берҙән-бер уникаль баҫма буласаҡ. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китаптар махсус китапхана фондына тапшырыласаҡ.
Һеҙҙе ойошманыҡылар менән осрашыу көтөп ҡала. Шулай уҡ, яҡшы йырҙар һәм иң яҡшы мәлдәрҙе иҫләү буласаҡ.
Ижади кисә аҙағында Светлана Комкованың "Рәсәй параспорты" документаль фильмының презентацияһы үтәсәк. Фильм тура тифлокомментарий менән оҙатылып барасаҡ.
Осрашыуҙа күрешеүгә шат булып, көтөп ҡалабыҙ.
[12:09, 13.07.2023] Гульназ Редактор-переводчик: 30.06.2023
"Петр һәм Феврония ҡанаты аҫтында" рухи сәғәте
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә махсус китапханала "Петр һәм Феврония ҡанаты аҫтында" рухи сәғәте үтәсәк. Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы һәм христиан туйының һаҡсылары тураһында һөйләйәсәк. Рус шағир һәм композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Ҡунаҡтар ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре тураһында беләсәк. Шулай уҡ, китапхана фондында һаҡланған ғаилә тематикаһына бәйле китаптар менән таныштырыу буласаҡ.
28.06.2023 - "Ҡорбан-байрам" айҡанлы шулай уҡ ял көнө.
Ремарк 1898 йылдың 22 июнендә Оснабрюк ҡалаһында донъяға килә. Мәктәптән һуң демобилизациялана һәм 1917 йылдың июнендә фронтҡа эләгә. Снаряд ярсығы ҡулына, аяғына һәм муйынына тейеп, ҡаты яралана. Һуғыштан һуң яҙыша башлай, әммә тәүге әҫәрҙәре уңышҡа өлгәшмәй. Шул уҡ ваҡытта ул мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй, реклама текстарын яҙа, гәзиттә спорт репортеры була. Әммә "Көнбайыш фронтта үҙгәрешһеҙ" романы өсөн эштән ҡыуыла.
Роман уға материаль байлыҡ һәм популярлыҡ алып килә, әммә немец нацистары уны бөртөкләп йыйып утҡа яға.
Э. М. Ремарк йәшәгән мәлендә үк күп кенә наградаларға өлгәшә: I дәрәжә Тимер тәре (ул унан баш тарта), ике тапҡыр Нобелев премияһы лауреаты номинанты, Мезер миҙалы, Ҙур тәре. 1999 йылда уның исеме астероидҡа бирелә.
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына Эрих Мария Ремарктың виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә менән Виртуаль күргәҙмәләр бүлегендә танышырға мөмкин.
С выставкой можно ознакомиться в разделе Виртуальные выставки.
22 июнь махсус китапханала "Тарихыбыҙҙың ҡайғы көнө" хәтер сәғәте үтте. Китапханасылар Бөйөк Ватан һуғышының тәүге сәғәттәре, совет халҡының батырлығы, ирлеге һәм ныҡлығы тураһында һөйләне. Махсус күҙәтмәлә уҡыусыларға һуғыш темаһына арналған китаптар тәҡдим ителде.
"Тауыштан уҡыу" режимында һуғыш балаларының һәм тыл ветерандарының иҫтәлектәре яңғыраны. Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында ҡыҙыу әңгәмә барҙы.
19-21 октябрь "Торатау" Конгресс-холында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үтәсәк.
Форум - инвалидтарҙы реабилитациялау һәм адаптивлаштырыу һорауҙарын ҡарау өсөн уңайлы майҙан.
Эш программаһына дискуссиялар, конференциялар, воркшоптар, белем биреү семинарҙары, иң яҡшы реабилитациялау буйынса практикалар презентацияһы, методик материалдар, мастер-кластар үткәреү инә. Форумда ҡатнашырға федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, эксперттар, белгестәр һәм инвалидтар ойошмалары, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре саҡырыла.
Күргәҙмәлә мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең йәшәү торошон яҡшыртыу өсөн инновацион эштәр тәҡдим итеүсе компаниялар ҡатнашасаҡ.
Оргкомитет: