Нет аудиозаголовка!!!
20 ноябрҙә Башҡортостан ресспубликаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында һауыҡтырыу өсөн кәрәкле техник ҡорамалдар, ишетеү һәм күреү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә уңайлы мөхит булдырыу ҡорамалдары күргәҙмәһе үтте.
Күргәҙмәне Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе Юрий Акшенцов асты. Техник сараларҙы асыу тантанаһында шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының инвалидтар менән эшләү бүлеге начальнигы Нурия Сәлихова, “Техник реабилитация саралары һәм санаторий-курорт путевкалары менән тәьмин итеү буйынса республика үҙәге” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Зөлфирә Масҡолова, Башҡортостан Республикаһының социаль страховкалау фондының страховка взностарын ойоштороу бүлексәһе начальнигы Әлфиә Аҡъегетова ҡатнашты.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең “Логосвос” нәшриәт-полиграфия тифломәғлүмәт комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Сергей Захаров үҙ сығышында бындай техник саралаҙы етештереүҙең әһәмиәтен билдәләп үтте, уларҙы етештереүсе бер-нисә ойошма менән дә таныштырҙы.
Екатеринбург ҡалаһының “Круст” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең күреү һәм ишетеү мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән продукцияһы тураһында Вячеслав Порывкин телмәр тотто. Үҙенең презентацияһында мохтаждар өсөн ҡаршылыҡһыҙ, уңайлы мөхит булдырыу – бөтөн үҫешкән йәмғиәттең төп бурыстарының береһе, ә дәүләттең социаль сәйәсәтенең – төп йүнәлеше булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ үҙҙәренең йәмғиәте тәҡдим иткән Уңайлы ҡала системаһы тураһында ла һөйләп үтте. Был система ҡалала йәмәғәт транспортының һәм инфраструктураларҙың уңайлылығын тәьмин итеү өсөн булдырылған. Уға абонент ҡорамалдары, мәғлүмәт биреүсе ҡорамалдар, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәләре, уларға төрлө мәғлүмәтте хәбәр итеү яйламалары, һәм башҡалар инә. Уңайлы ҡала системаһы күреү һәм ишетеү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр юлында әле булһа йыш осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеү юлдарын тәҡдим итә.
Күңгәҙмә барышында тағы ла төрлө-төрлө техник реабилитация саралары күрһәтелде.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһы Һеҙҙе ишетеү, күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн реабилитация техник саралары, уңайлы мөхит булдырыу саралары менән танышырға күргәҙмә-презентацияға саҡыра. Сара 2014 йылдың 20 ноябрендә һуҡырҙар махсус китапханаһында уҙасаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47-се һанлы йорт. "Витамин заводы" туҡталышы.
Күргәҙмәнең эш ваҡыты 10.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2014 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 128-се мәктәптең 2 класс уҡыусылары өсөн Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә арналған «Йөрәк менән ҡағыл» исемле түҙемлек дәресе үтте.
Китапханала үткән экскурсия барышында балалар китапхананың фонды менән танышты, рельефлы-һүрәтле Брайль шрифты менән китап баҫыу эшен күҙәтте. Балалар шулай уҡ «Маша һәм айыу» тифлокомментариялы йәнһүрәтен бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Был экскурсия уларға нисек тәьҫир итеүе һәм ниндәй тойғолар ҡалдырыуы тураһында китапхана белгестәре менән фекер алышты. 
Уҡыусылар балалар яҙыусыһы, «Балалар әҙәбиәте антологияһы»ның төҙөүсеһе һәм авторы Фәрзәнә Ғөбәҙуллина менән дә танышты. Ул балаларға антологияға ингән әҫәрҙәр тураһында һөйләп бирҙе.
Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала үткәрелгән түҙемлек дәресенең аҙағында уҡыусылар тауыш яҙҙырыу студияһында китаптар тураһында дискка шиғыр яҙҙырҙы. Был дискты улар китапханаға бүләк итеп ҡалдырырға ҡарар итте.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2014 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «Башҡортостан Республикаһының 2010-2014 йылдарҙа китапханасы хеҙмәтен уҫтереү» маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн «Китапхана – толерантлыҡ һәм мәҙәниәттәр берҙәмлеге үҙәге» исемле республика семинары үтәсәк.
Семинарҙың барышында мәҙәни үҙәктәрҙең роле тураһында, республикала йәшәгән халыҡтың мәҙәни үҫеше һәм  күсәгилешлелеге; кешеләр менән эшләүҙә ижтимағи-мәҙәни реабилитациялау аспекты; хәҙерге шарттарҙа китапханаларҙың эш тәжрибәләре тураһында фекер алышыу буласаҡ.
Семинарҙа Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалаларының һәм райондарының директорҙары, директор урынбаҫарҙары, китапханаларҙың белгестәре ҡатнашасаҡ.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарына группалар менән экскурсиялар, китапхананың эшмәкәрлеге тураһындағы видеофильм тәҡдим ителәсәк.
Сара сәғәт 10:00 башлана.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Кирова урамы, 47 һанлы йорт, “Витамин заводы” туҡталышы.
 
Нет аудиозаголовка!!!
4 ноябрь – Рәсәйҙә 2005 йылдан алып Халыҡтар берҙәмлеге көнө булараҡ билдәләнә. Был көндөң тарихы тәрәндә ята: 1612 йылда Минин менән Пожарскийҙың яугирҙары Рәсәйҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеүенә арналған был байрам ауыр саҡта бер-береһенә ярҙамға килгән халыҡтарҙың дуҫлығына, теләктәшлегенә, яуҙа – ышаныслы яуҙашлығына арнала. 
Быйылғы байрам уңайынан Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы Ингуш республикаһының Ямалетдин Йәндиев исемендәге милли китапханаһына бүләккә бер-нисә китап әҙерләне. Был китаптар араһына Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәрен сағылдырған әсбаптар, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәре йыйынтыҡтары һуҡырҙар һәм насар күреүселәр уҡый ала торған: ҡағыҙҙа – Брайль ысулы менән, дисктарҙа – төрлө телдәрҙә “һөйләй” торған китап форматтарында әҙерләнде. 
Был китаптар Ингуш республикаһында йәшәүсе һуҡырҙарға һәм насар күреүселәрҙең донъя менән танышыу мохтажлығын күпмелер дәрәжәлә аҙайтыр, тип ышана Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре. 
Эстәлеге һәм маҡсаты буйынса бар ҡәүемдәрҙе яраштырыуға, дуҫлаштырыуға хеҙмәт иткән Халыҡтар дуҫлығы көнө менән, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бүләккә “Рәсәй халыҡтары әкиәттәре”, балалар өсөн китаптар алды, был китаптар Хабаровск крайының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапхана базаһында нәшер ителгән. Был китаптар 2014 йылда Рәсәй Федерацияһының Президентының грантын алған «Усымда Рәсәй халыҡтарының әкиәтле мозаикаһы: күреү һәләттәре сикләнгән балалар өсөн күп форматлы баҫмалар» проекты сиктәрендә нәшер ителгән.
Күп форматлы баҫмалар һуҡырҙар өсөн эре нөктәле Брайль шрифы һәм график һүрәттәр менән баҫылған, эре шрифтлы китаптар һәм CD-дискта китаптың аудио вариантында күрһәтелгән.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Шәм» шиғри клубында Новелла Николаевна Матвееваның 80 йәшенә арналған «Мәңгелек Новелла» тигән музыкаль – шиғри кисә үтте.
2014 йылдың 7 октябрендә Новелла Николаевна Матвееваға 80 йәш тулды. Ул Ленинград өлкәһененең хәҙерге Пушкин ҡалаһында тыуған. Новелла Николаевна атаҡлы ғаиләнән сыҡҡан: уның ҡартатаһы Николай Петрович Матвеев-Амурский шағир һәм беренсе «Владивосток ҡалаһының тарихы»ның авторы. Уның әсәһе,  ҡустыһы Роальд Николаевич, олатаһы Венедикт Николаевич, ире - Киуру Иван Семенович (1934 – 1992) бөтәһе лә шағир.
                      
                                                                                                                                                                                                                                                                            Кисәнең барышында Новелла Николаевнаның шиғырҙарын китапхананың  уҡыусылары һөйләне, тағы ла авторҙың йырҙарының фонограммаһын тыңланылар. Кисәлә оn-line режимда Skype программаһы ярҙамында өйҙә ултырыусы уҡыусылар ҡатнашты. 
 
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һеҙҙең иғтибарығыҙға «Усағыма рәхим итегеҙ…» исемле тауышлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл булыуына арналған. Күргәҙмә дүрт бүлектән тора:
1. “Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым...” бүлегендә шағирҙың биографияһына ҡағылышлы энциклопедик, мәғлүмәти, әҙәбиәт ғилеме буйынса йыйынтыҡтарурын алған.
2. “...Сая мөхәббәтем яу ҡырында.”
Бөйөк Ватан һуғышы Мостай Каримдең ғүмерендә бик ҙур роль уйнай, ул ошо мәлдәрҙә шәхес, шағир, гражданин булараҡ формалаша.
3. “Беҙҙең бурыс – матурлыҡты һаҡлап ҡалыу...”
Бында махсус китапхананың фондындағы Мостай Кәримдең китаптары төрлө мәғлүмәт һаҡлағыстарҙа күрһәтелгән. 
4. « Мин киткәндә, берәй быуатҡа 
Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым.»
Был бүлектә халыҡ яҙыусыһының ижадын мәңгеләштереү хаҡында материалдар һәм уның вафат булыуынан һуң нәшер ителгән материалдар тупланған.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл булыуына арналған «Усағыма рәхим итегеҙ…» исемле тауышлы китап күргәҙмәһе менән һеҙ "ютюб"-та йәки сайттың Виртуаль күргәҙмә бүлегендә таныша алаһығыҙ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2014 йылдың 15 октябрендә, Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөндә, Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында йәмәғәтселек иғтибарын һуҡырҙар проблемаһына йәлеп итеү саралары башлана. 
Ай буйына барасаҡ саралар исемлеген Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыллығына арналған кисә аса. Хәтер кисәһе Нефтекама балалар һәм үҫмерҙәр үҙәк китапханаһы уҡыусылары менән онлайн режимда әңгәмә форматында үтәсәк. Әңгәмәлә китапхана уҡыусылары – Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзалары: балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм сәйәхәтсе-яҙыусы Камил Йыһаншин ҡатнаша. Улар Мостай Кәрим тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашмаҡсы.
Көндөң тәүге яртыһында беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһының 28-се интернат мәктәбе уҡыусылары менән тифлокомментарийлы фильм ҡарауҙа ҡатнашасаҡ. Был фильды ҡарағас, уҡыусылар уның йөкмәткеһе буйынса инша яҙасаҡ. 13 ноябргә, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә тиклем дауам итәсәк ошондай сараларыбыҙ ярҙамында беҙ йәмәғәтселек иғтибарын донъяның сағыулығын күрә алмаған кешеләр барлығына йүнәлтергә теләйбеҙ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Етеп килгән Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, һеҙгә һаулыҡ, бәрәкәт һәм уңыштар теләйбеҙ.
Байрам көндәрендә ҡыуаныстарың менән бүлешеү, туғандарың, дуҫтарың, таныштарың менән бүләк өләшеү ғәҙәте һәр халыҡ вәкиленә лә хас. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты Һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһына Ислам тәғлимәте менән таныштырусы бер-нисә китап бүләк иткәйне.
 
Ас-саляму аляйкум, ва рахматуллаhи ва баракатуh!
Мир Вам, милость Аллаhа и Его благословение!
 
 
К истокам духовного наследия мусульманской культуры«… Знай, что проявление благодарности /ал-шукр/ по отношению к подателю блага является обязанностью благо получателя.
Это диктуется как здравым рассудком, так и шариатом»
Письмо 71 «Мактубат» Ахмад ал-Фаруки ал-Сирхинди
 
Быйыл беҙҙең китапхана Диниә назараты тарафынан нәшер ителгән “Мосолмандарҙың рухи мәҙәниәте тамырҙарына табан” (“К истокам наследия мусульманской культуры”)(төҙөүсе автор Руслан хәҙрәт Сәйәпов) исемле китаптың һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусылар өсөн виртуаль вариантын эшләне. Йыйынтыҡты яҙыусы, РФ һәм Башҡортостан Яҙыусылар идаралығы ағзаһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина уҡыны.
Йыйынтыҡҡа XIX быуаттан алып, XX быуат башына тиклем яҙылған хеҙмәттәр ингән. Башҡорт ғалимы, тел белгесе, теолог, төркиәтсе, яҙыусы, мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың һәм башҡа авторҙарҙың хеҙмәттәре урын алған.
Баҫманың мөхәррирҙәре – М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Т.М. Әминев, БР Диниә назараты мөфтөйө Н.М. Ниғмәтуллин һәм башҡа ғалимдар, дин белгестәре. 
Мосолман донъяһының бай мәҙәниәте тураһында бәйән иткән был китап киң ҡатлам уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Уны беҙҙең китапхана сайтындағы “һөйләшеүсе” электрон китаптар бүлегендә табырға була. 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.