18 февралдә һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған Башҡортостан Республика китапханаһында уҡыусыларҙың йылды йомғаҡлау йыйылышы үтте. Китап һөйөүселәр алдында йыл әйләнәһендә башҡарылған эштәргә китапхана директоры урынбаҫары В.Н. Пантелеева байҡау яһаны. Ул үҙенең сығышында китапты уҡыусыға еткереү, яҡынайтыу өсөн китапхана хәҙмәткәрҙәренең яңынан- яңы алымдар ҡулланыуы, яулаған ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте.
                                 
 Уҡыусылар алдында шулай уҡ “Респект” хоҡуҡи компанияһы координаторы Жбанова Т.А. инвалидтарға һәм
 инвалид балалы ғаиләләргә ҡағылышлы 2014-2015 йылдар ҙағы закондарға һәм индерелгән үҙгәрештәргә күҙәтеү яһаны. 
 Китап уҡыусыларҙы бигерәк тә инвалидтарға һәм инвалид балалы ғаиләләргә ҡағылышлы коммуналь хеҙмәтләндереүгә индерелгән ташламалар ҙур ҡыҙыҡһыну уятты.
Махсуслаштырылған китапхананың китап уҡыусылары исеменән иң актив ҡулланыусы Роберт Гилманшин сығыш яһап, хеҙмәтләндереү сифатын 
тағы ла нығыраҡ яҡшыртыуға йүнәлтелгән теләктәрен белдерҙе. Китап уҡыусыларҙың йыйылыштары шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорецк ҡалаларында БРСБС филиалдарында уҙҙы. Унда ла йыл әйләнәһенә эшләнгән эштәргә байҡ
ау яһалды. Һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған Башҡортостан Республика китапханаһы администрацияһы китап уҡыусыларҙың 
филиалдарҙы хеҙмәтләндереү ысулдарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән теләктәрен иҫәпкә алды, һорауҙарға яуап бирҙе.
 
 
 
 
 
Китапханаларҙың профессиональ хеҙмәттәшлек принциптарына нигеҙләнеп “Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы” һәм Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы бергәләшеп төрлө саралар уҙғаралар.
Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы уҡыусыларына беҙҙең сайттың”Виртуаль уҡыйбыҙ” тип аталған тауышландырылған бите, бигерәк тә “”Бельские просторы” әҙәби журналының “Яҙыусы һәм шағирҙарҙың тауышы” рубрикаһы материалдары ныҡ оҡшаған. 
Китапхана (БРСБС) сайтының ошо контентына таянып Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы сайтында ошолар туранан тура урынлаштырылған.
”Бельские просторы” әҙәби журналында төрлө ваҡытта баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәр яҙыусы авторҙарҙың үҙҙәре тарафынан һәм профессиональ артистар башҡарыуында тауышландырылып беҙҙең сайт биттәренә һәр кем файҙалана алырлыҡ рәүештә инде бер йылдан ашыу ҡуйылып килә.
Әҙәби әҫәрҙәрҙе популярләштереү Әҙәбиәт йылында ифрат та кәрәкле сара һәм был ысул китапты уҡыусыға еткереүҙең иң әһәмиәтле төрҙәренең береһе булып тора ла инде. 
Йәмғиәттең бер туҡтауһыҙ көсөргәнешле үҙгәреп алға барышы беҙҙе, белгестәрҙе, хәҙмәттәштәрҙең яңы алымдары, практик эштәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итә.
Был өлкәлә бигерәк тә Рәсәй һәм региондарҙың ваҡытлы матбуғат баҫмалары ярҙамға килә. Миҫалға, Ростов өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһы тарафынан нәшер ителгән “Донской тифловестник” альманахы инде бер нисә тапҡыр беҙҙең китапхананың эш тәжрибәһен баҫып сығарҙы. Ә 2015 йылда (2 һанда) тифловестникта беҙҙең китапханала киноларҙы тауышландырыу тәжрибәһе өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирелгән.
Хеҙмәттәшлектең төп маҡсаты булып, әлбиттә, махсуслаштырылған китапханалар тарафынан әһәмиәтле темаларға уҙғарылған вебинар сараларҙа ҡатнашыу тора.
Киләсәктә профессиональ хеҙмәттәшлекте төрлө яҡлап йәйелдереү күҙаллана.
Перевод Ф.Губайдуллиной
 
Әҙәбиәт йылына арналған саралар эсендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһында Л. Брайль системаһы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү курстары ойошторолдо. Курстарҙың маҡсаты–Рәсәй йәмғиәтенең рухи кимәлен үҫтереү, өлкән йәштә күреү һәләттәрен юғалтҡандарҙы уҡырға өйрәтеү һәм китаптарҙы уҡыусыларға уҡыу өсөн ҡулайлаштырыу.
Был коррекцион-үҫтереү программаһы өлкән йәштә күреү һәләтен юғалтҡандарға тәғәйенләнгән.
Программа Рәсәй Федерацияһы мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән һәм В.К. Рогушин редакцияһы аҫтында А.И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының һуң һуҡырайғандарҙы яҙырға һәм уҡырға өйрәтеү программаһына һәм уҡыу дәреслегенә нигеҙләнеп эшләнгән. Программа бер йыл уҡытыуға иҫәпләнгән. 
Уҡыу барышында уҡыусыларҙың компенсатор мөмкинселектәре үҫешә, кешенең хәтере, хәтерләү һәләте арта, нығый, донъяға ҡарашы, тирә-яҡтың айышына төшөнөүе киңәйә, кеше үҙ-үҙендә яңы мөмкинселектәр аса, үҙ-үҙен ышаныслыраҡ тота.
Шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының руханиҙар идараһы “Рәсәй ислам университеты” булышлығында. дөйөм белем биреү һәм аң-белем таратыу, үҙ алдына уҡыуҙы дауам итеү һәм квалификацияны күтәреү маҡсатында “Брайль системаһы буйынса ғәрәп алфавитын өйрәнеү” курстары ҡаралған.
Уҡытыу барышында курсанттар уҡытыусылар ярҙамында хәрефтәрҙе танып белеү ҡағиҙәләрен һәм ғәрәп алфавитын уҡырға өйрәнәсәктәр, Ҡөрьәндең ҡайһы бер ҡыҫҡа сүрәләрен ятлаясаҡтар.
Курстараға уҡырға теләүсе күреү мөмкинселектәре сикләнгән, йәки бөтөнләй күрмәгәндәр саҡырыла.
Уҡыуҙар Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһында (Киров урамы, 47 адресы буйынса) төркөмдәрҙә алып барыласаҡ.
Курстарға яҙылырға һәм уҡыуҙар теҙмәһен 8(347) 272-70-14 телефоны аша хеҙмәтләндереү бүлегенә шылтыратып белешә алаһығыҙ.
 
30 ғинуарҙа, Республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылын тантаналы асыу көнөндә, Башҡортостан республика махсуслаштырылған китапханаһында “Йәшә, китап!” акцияһы башлана.
Был акцияның төп маҡсаты– төрлө яҡлап камиллашҡан шәхес тәрбиәләү һәм заманыбыҙ йәмғиәтенең берлеген һаҡлап алып ҡалыу.
Акция түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп уҙғарыла:
–ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ һаулыҡтары сикләнгәндәрҙең дә, социаль яҡтан бер тигеҙ булыуҙары;
– мәҙәни һәм рухи байлыҡтарҙы ҡулланыу хоҡуғын, мәҙәни тормошта ҡатнашыу мөмкинлеген тыуҙырыу;
– асыҡлыҡ һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән үҙ-ара танышыу, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе бөтәдонъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡабул итеү; 
–ижади иреклек.
 Бер -береңә ҡарата ихтирамлылыҡ һәм түҙемлелек тәрбиәләү һәм инклюзив белем биреү маҡсатында акцияла дөйөм белем биреү һәм махсуслаштырылған (коррекцион) уҡыу йорттары уҡыусылары ла ҡатнашасаҡ.
Акция 2015 йылдың ғинуар-декабрь айҙары арауығында өлөшләп уҙғарыла.
Сираттағы өлөшөнөң һөҙөмтәһе булып акцияла ҡатнашыусылар тарафынан күҙҙәре насар күргән, йәки тома һуҡыр кескәй балалар өсөн тактиль (тотоп ҡарарға мөмкин булған) китаптар сығарыу.
30 ғинуарҙа,Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы эсендә уҙғарылған “Йәшә, китап!” акцияһында ҡатнашыусыларға китапхана буйлап экскурсия ойоштороласаҡ, уның барышында китапхананың төрлө эш тармаҡтары, фонды, Брайль системаһы менән китаптарҙы нәшерләү мәле менән танышасаҡтар. Экскурсияла ҡатнашыусылар Әҙәбиәт йылына бағышланған “Әҙәби Йыһан” тип исемләнгән туҡтауһыҙ дауам итәсәк китап күргәҙмәһен асыу тантанаһын да күрәсәктәр .
Акцияның һөҙөмтәһе булып китапханасылар һәм педагогтар менән берлектә күҙҙәре насар күргән, йәки тома һуҡыр кескәй балалар өсөн тактиль (тотоп ҡарарға мөмкин булған) китаптарҙы нәшерләү тора. 
 
Сәнғәт донъяһына атылып килеп инеп, ул үҙенең һәр эше менән яңынан яңы юғарылыҡтарға ирешә. Уның тарафынан ойошторолған һәр күргәҙмә халыҡ тарафынан, белгес булһынмы ул, ябай кешеме, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителә.
“Вераның донъяһы”– рәссамдың унынсы персональ күргәҙмәһе 16 ғинуарҙа Башҡортостан республика махсуслаштырылған китапханаһында асыла. Экспозицияла майлы буяу менән туҡымаға һәм ҡатырғаға төшөрөлгән 38 эш ҡуйылған. Экспозицияның үҙәгендә төп тема булып балалыҡ һәм әсәлек темаһы тора.
Шәхес булараҡ, Вера үҙе лә, уның ижады ла мөғжизәле һәм Һоҡландырғыс. Уның сәнғәте– ул рәссамдың эске донъяһы аша ҡабул ителгән Башҡортостандың мәҙәниәте, ғаилә һәм тормош фәлсәфәһе.
Сәнғәт донъяһына аяҡ баҫҡан мәлдән Вера үҙенсәлекле эштәре менән халыҡты таң ҡалдырҙы. Уның тәүге аҙымдарынан уҡ, танылған башҡорт мәктәбе корифейҙары– билдәле примитивист Михаил Назаров, стилизация оҫтаһы Ренат Вәлиуллин һәм реализм вәкиле Риф Абдуллин, уға таяныс булдылар.
Вераның картиналарында күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү, камиллыҡҡа ынтылыу сағылыу таба. Уның картиналары милли колорит менән һуғарылған; уның әҫәрҙәренән ихласлыҡ һәм ябайлыҡ бөркөлә. Улар һәр кемде ашыҡмай ғына айырым бер мөғжизәле сихри донъяға әйҙәйҙәр. 
Вера Фролованың эштәренең төп йүнәлеше – башҡорт ауылы һәм ҡабатланмаҫ Урал тәбиғәте. Уның эштәренә композицион үҙенсәлектән башҡа, тәрән хисле лек, быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ аҡыллылығына һоҡланыу хас.
Ошо с әнғәт беҙҙе донъяға сабыйҙарса ҙур асылған күҙҙәр менән ҡарарға мәжбүр итә, һәр бер ыңғай ваҡиғаға һоҡланырға, киләсәккә ышанырға өйрәтә. Күргәҙ мәгә ҡуйылған эштәр шуны раҫлай. Үҙенең картиналарында классик сәнғәт менән бергә импрессионизм һәм символизмды берләштереп алып барып, рәссам үҙенә генә хас айырым бер донъяны булдыра, шәхси параллель ысынбарлығын тыуҙыра. Был донъя – ул яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм рәхәтлек, мөхәббәт һәм күңелгә ятышлы килешле донъя, бында мөмкин булмаған һис нәмә юҡ.
 Уның һүрәттәрендә көслө яҡтылыҡ, шатлыҡ, гүзәллек күренә, былар барыһы ла рәссамдың холоҡ-фиғеленең сағылышы, сөнки Вера үҙе алдынғы һәм яҡты ҡарашлы кеше булараҡ, беҙгә тыуған яҡтың сағыу ҡояшын, сәскәләрҙең хуш еҫен, кеше менән тәбиғәттең үҙ-ара килешеп йәшәүен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сибәр леген һәм сабыйҙарҙың сафлығын бүләк итә, был бит ул үҙе тыуҙырған айырым бер бәхетле донъя.
 
Күргәҙмә көндөҙгө 14.00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙғарыласаҡ.
“Витамин заводы” туҡталышына килгән бөтә төр транспорттар менән ҡулланырға мөмкин.
 
 
 
 
16 ғинуарҙа Башҡортостан республика махсуслаштырылған китапханаһында Шәйехзада Бабичтың 120 йыллығына арналған “Йырлаймын мин йырҙарымды үҙ туған халҡым өсөн...” шиғри кисә уҙғарыла.
Башҡортостан республикаһының махсуслаштырылған китапханаһында юбилей йылы алдынан әҙәбиәт өлкәһендә Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттарының әҫәрҙәре тауышландырылған вариантта нәшер ителде. Нәүбәттәге йылда Башҡортостандың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән өс яҡлап төҙөлгән килешеү эсендә “Яҙғы йыр” исемле шиғри йыйынтыҡты Брайль шрифты буйынса нәшер итеү күҙаллана. 
Шәйехзада Бабичтың әҫәрҙәре егерменсе быуат башы әҙәбиәтендә генә түгел, шулай уҡ барлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алып тора. 
  Ш. Бабич үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә халыҡ күңелендә ҡалырлыҡ байтаҡ эштәр эшләп өлгөрҙө. Шағирҙың зиһен даирәһе, күңел офоҡтары ғәйәт киң, маҡсат-идеалдары һәр саҡ юғары булды. 
Уның шиғырҙары, балладалары, эпиграммалары, фельетондары милләтебеҙҙең әҙәбиәт, рухиәт донъяһында мәңге юйылмаҫ тарихи эҙ ҡалдырҙы. Оло шағир Бабич бай тәбиғәтле, күп һәләттәрҙе үҙенә туплаған, һирәк була торған сағыу шәхес тә ине.
Үҙенең йөкмәткеһе менән дә, яңғырашы буйынса ла Бабич шиғриәте өр-яңы күренеш булған кеүек, уның сәхнә эшмәкәрлеге лә башҡорт донъяһында бығаса күрелмәгән хәл, кешеләрҙе хайран ҡалдырырлыҡ яңылыҡ ине.
Бабичтың башланғыс ижадынан уҡ уның киләсәк шиғриәтендә төп урын аласаҡ ике йүнәлештең – киҫкен уй-кисерештәрҙән яралған лириканың һәм үткер телле сатираның төп һыҙаттары асыҡ күренде.
 Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Бабич үҙ халҡына табынып йәшәне, шағирҙың туған халҡына мөхәббәте, киләсәгенә бағлаған өмөттәре уның шиғри юлдарына мөлдөрәмә тулған. 
Шиғриәт кисәһе барышында тамашасылар арҙаҡлы башҡорт шағирының тормош юлы менән танышасаҡтар, уның тыуған еренә, халҡына бағышланған шиғырҙары беҙҙең уҡыусыларыбыҙ тарафынан яңғыраясаҡ.
Сара көндөҙгө 14.00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙғарыласаҡ.
“Витамин заводы” туҡталышына килгән бөтә төр транспорттар менән ҡулланырға мөмкин.
 
Нет аудиозаголовка!!! Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы һәм “Рәсәйҙең юристәр ассоциацияһы” ярҙамында “Респект” Хоҡуки компанияһы “Халыҡтың хоҡуки мәҙәниәте” тип аталған Республика информацион-хоҡуки марафоны проектын тормошҡа ашырыуын дауам итә. 
Был марафондың маҡсаты –халыҡтың хоҡуки мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡтың хоҡуки ихтияжын ҡәнәғәтләндереү, китапхана ҡулланыусыларының электрон базаларын булдырыу.
Өсөнсө видеоконференция 2014 йылдың 17 декабрендә иртәнге сәғәт 11-ҙә уҙғарыласаҡ.
Өсөнсө видеоконференцияның темалары:
“Хеҙмәти килешеү шарттарының үҙгәреүе”, “Горячая линия” “Респект” хоҡуки Компанияһы лекторы , “Персоналдарҙы һайлау буйынса һорауҙар”, “Аркаим Финанс” Маркетинг агентствоһы лекторы, “Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса һорауҙар” “Рәсәй Ассоциацияһы”ың Башҡортостан бүлеге ағзаһы, УЮИ Рәсәй МВД һының граждандарҙың хоҡуки кафедраһы лекторы.
Юғарыла һаналып кителгән темалар буйынса үҙегеҙҙең һорауҙарығыҙҙы беҙҙең китапхананың телефондарына шылтыратып +7 (347) 272-70-14, йәки электрон почта аша, адресы: abonement@ufamts.ru, ебәрә алаһығыҙ. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап “Респект” хоҡуки Компанияһының электрон почтаһы аша ебәрәләсәк.
Һеҙ шулай уҡ был видеоконференцияла шәхсән ҡатнашып белгестәргә хоҡуҡ буйынса һорауҙар
бирә алаһығыҙ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2014 йылдың 3 декаберендә Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында күреү һәләте сикләнгән балалар араһында “Сикһеҙ китап” конкурсына тантаналы йомғаҡлау үтәсәк.
Конкурс 2014 йылдың 10 майынан 25 нояберенә тиклем Башҡортостан Республика Мәҙәниәт министырлығы,  Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы тарафынан үткәрелде.
Ойоштороуҙа ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан республика бүлеге Дөйөм Рәсәй йәмғиәт фонды “Рәсәй балалар фонды”, һәм Һуҡырҙар Бөтә Рәсәй ойошмаһы булды.
Конкурстың маҡсаты булып социаль яраҡлашыуҙа ярҙам итеү, интелектуаль үҫеш, китапханаға йәлеп итеү, китап үҡыуҙы үҫтереү, виртуаль режимда мәғлүмәт алыу булып торҙо.
Конкурс номинациялары:
-         “Поэтик микрофон”
-         “Китап уҡыу - мода”
-         “Донъя китап аша”
-         “Кадрҙа китап”.
Республика конкурсында 24 Башҡортостан ҡала һәм райондарынан 40 балалар ҡатнашты. Бөтәһе төрлө номинацияларҙан 50 яҡын ижади эштәре баһаланды.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2014 йылдың 26 ноябрендә БР Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы менән берлектә күреү мөмкинлектәре сикләнгән Өфөнөң 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары араһында Һайлау хоҡуғы һәм Һайлау процесы буйынса «Минең дә тауыш биргем килә, мине лә өйрәтһендәр!» конкурсын үткәрә.
Уйында күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында алдараҡ үткәрелгән Һайлау хоҡуғы һәм Һайлау процесы буйынса интернет-викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреүсе уҡыусылар ҡатнаша ала.
Икенсе тур «Яҙылыу», «Әкиәтле конкурс», «Терминдар белгестәре», «Һайлауҙа минең тауышым - ...», «Ҡара ҡумта эсендә нимә бар?» конкурстарынан торасаҡ.
Сара Өфө ҡалаһының 28-се мәктәп-интернатында үтәсәк. Башлана: 12.00 сәғәттә.
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.