19 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһында “Өфө лубогы” исемле инновацион һынлы сәнғәт проекты буйынса күргәҙмә асыла. Күргәҙмәлә ошо проект асылған йылдан алып күрһәтелгән картинлар ҡуйыла. Был проектты башлап ебәреүселәр булып “Респект” хоҡуҡи компанияһы һәм Башҡортостан Республикаһының рәссамдар Союзы тора.
Күргәҙмәне асыу көндөҙгө сәғәт 14.00, Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында (Киров урамы, 47 адресы буйынса) уҙғарыласаҡ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
19 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһында көндөҙгө сәғәт 14.00 Әнүәр Ҡадыровтың “Уҡыусыларыбыҙҙың алтын тауышы” серияһында нәшер ителгән “тауышландырылған китап”-дискының презентацияһы уҙғарыла. Әнүәр Ҡадыров беҙҙең һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың даими уҡыусыһы һәм беҙҙең тауыштар яҙыу студияһында уның уҡыуында 26 шиғыры яҙылды.
Әнүәр Ҡадыровтың тормошо бик ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Ул 1946 йылда Өфө ҡалаһында яҡты донъяға килә. Милләте буйынса–испанлы. Ата-әсәһенең вафатынан һуң балалар йортона эләгә. Аҙаҡ уны профессорҙар ғаиләһе тәрбиәгә ала. Бала сағынан әҙәбиәт, шиғриәт менән ҡыҙыҡһына, тик шулай ҙа медицина юлын һайлай һәм медицина институтын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас та шунда уҡ кафедрала эшкә ҡалдырыла. Егерме биш йылдан ашыу Өфө ҡалаһының Тиҙ медицина ярҙамы станцияһында врач-кардиолог булып эшләй. Глаукома сире арҡаһында тома һуҡырая һәм 1 группа инвалиды була. Ул әҙәби кисәләрҙә, китапханаларҙа йыш сығыш яһай. Бер нисә тапҡыр ижади конкурстарҙа еңеп лауреат исемен яулай.
Презентация 19 мартта көндөҙгө сәғәт 14.00 Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында (Киров урамы, 47 адресы буйынса) уҙғарыла. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
 
19 апрелдә һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһында рәссам Айгөл Ишберҙинаның күргәҙмәһе асылды. Һынлы сәнғәт белгестәренең фекеренсә, Айгөл Ишберҙина йәштәр араһында үҙенең эштәре менән айырылып тора.
Рәссам 2009 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт бүлеген тамамлай. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә. Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар Союзы ағзаһы.
Айгөл Ишберҙинаның картиналарында алға ынтылыш, тирә-яҡты эстетик юғарылыҡта ҡабул итеү, һәр һүрәтенә фәлсәфәүи мәғәнә һалыу –төп урынды биләп тора.
Күргәҙмәне асыу көндөҙгө сәғәт 14.00, Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында ( Киров урамы, 47 адресы буйынса) уҙғарыласаҡ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Республикабыҙҙың “Ашҡаҙар” радиоһында “Клуб уттары” рубрикаһында Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының эшмәкәрлеге хаҡында тапшырыу булды.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Беҙҙең хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Наҙлы, нәзәҡәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Һеҙҙе күңелле яҙ байрамы-ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙ барҙа–беҙ батыр, һеҙ булғанға– беҙ тырыш, һеҙ булғанға– беҙ яугир. Һеҙҙең түҙемлелегегеҙгә, сибәрлегегеҙгә, аҡыллылығыҙға, беҙҙе аңлай алыуығыҙға, ғәфү итә белеүегеҙгә беҙ мең-мең рәхмәтлебеҙ, һеҙгә һоҡланабыҙ, эргәбеҙҙә һеҙ булғанға– ғорурланабыҙ. һәр быуын шағирҙары һеҙгә арнап шиғырҙар ижад иткән, йыр яҙған, көй сығарған. Яҡташыбыҙ  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыры ла һеҙгә бағышланған:
Өс мөғжизә мине әсир итте–
Ер,
      Йәнә күк,
              Йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды–
Ер,
      Йәнә күк,
              Йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға…
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
 Шулай мәңге асылмаҫ сер булып ҡалығыҙ!
Именлек-һаулыҡ, шиңмәҫ матурлыҡ һеҙгә, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙ уҡыусыларыбыҙ!
 
Нет аудиозаголовка!!!
19 февралдә һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһында “Күреү һәм ишетеү һәләте бер юлы булмаған кешеләрҙең(слепоглухих) буш ваҡыттарын ойоштороу” исемле семинар үтте. Был сараның ойоштороусыһы күреү һәм ишетеү һәләте бөтөнләй булмағандарға ярҙам итеү “Со-единение” Фонды. 
Был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән китапханасылар йыйылғайны. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан махсуслаштырылған китапханаһынан Дина Конушкина ҡатнашты. Семинар барышында китапханасылар бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған кешеләр менән аралашыу формаларының үҙенсәлектәре, улар менән ниндәй мәҙәни саралар уҙғарыу мөмкинселектәре, уңышлы тип табылған практик үҙәктәрҙең эше менән дә таныштылар. Шулай уҡ был сарала ҡатнашыусылар Интерактив уйын да үткәрҙеләр.
Семинар барышында шулай уҡ бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған авторҙар араһында “Беҙ был донъяға юлды һайлап алманыҡ...” әҙәби конкурсына старт бирелде. Конкурстың ойоштороусылары – күреү һәм ишетеү һәләте бөтөнләй булмағандарға ярҙам итеү “Со-единение” Фонды, “Литературная газета” һәм Бөтәрәсәй һуҡырҙар йәмғиәте (ВОС).
 
Нет аудиозаголовка!!!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан Башҡортостан Республика Башлығының грантына дәғүә итеүселәрҙең 2015 йылғы еңеүселәре билдәләнде. Шуға Башҡортостан Республикаһы Президентының 2008 йылдың19 ғинуарындағы “ Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәлмә ярҙам күрһәтеү” № УП–12 Указына ярашлы ҡарарға ҡултамға ҡуйылды.

Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итеүселәрҙән “Мин симфония тыңлар инем...” проекты менән...” еңеүселәр араһында Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы ла бар.Был проект махсус китапхана сайты аша һуҡырҙарға музыкаль әҫәрҙәрҙе виртуаль ҡулланырға мөмкинселек бирә.

 
25 февралдә һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған Башҡортостан Республика китапханаһында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты, яҙыусылар Союзының идара райесе, күренекле драматург Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев менән ижади осрашыу уҙасаҡ. Был сара Әҙәбиәт йылында ошо ерлектә йәшәгән замандаштарыбыҙ менән таныштырыусы “Минең ҡәҙерле яҡташтарым” тип аталған осрашыуҙарҙың дауамы булып тора.
Наил Ғәйетбаев үҙенең ижад юлын 70 йылдарҙа башлай. Уның тәүге китабы “Алтын ямғырҙар мәле” 1979 йылда нәшер ителә. Әлеге ваҡытта күренекле яҙыусы 80 ашыу хикәйә, 20 повесть, 3 роман, 50 ашыу драма әҫәрҙәре авторы. Унан башҡа махсуслаштырылған китапхана ҡулланыусыларына “Кешеләрҙе инандырыу һәләте” исемле тауышландырылған күргәҙмә лә тәҡдим ителәсәк. Наил Әсғәт улы ҡулланыусылар менән тәүге тапҡыр осрашмай, уҙған йылда Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары менән кисә ойошторолғайны Уҡыусылар яҙыусының ижады, тормош юлы менән таныштылар һәм үҙ сираттарында ҡунаҡтың “Батыр Әтәс” исемле әкиәти пьесаһын сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Бынан бер нисә йыл элгәре яҙыусының “Сит планета ҡыҙы” исемле әҫәре махсуслаштырылған китапханала Брайль системаһы буйынса нәшер ителгәйне, “Ҡара ҡумта” әҫәре тауышландырылып эшләнгәйне.
25 февралдә драматург үҙенең ижади пландары һәм Республикабыҙҙың Яҙыусылар Союзының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләйәсәк. Шулай уҡ авторҙың башҡорт телендә “АҠ төндәр” исемле тауышландырылған пьесалар йыйынтығының исем туйы ла буласаҡ. 
Әҙәби сара көндөҙгө сәғәт 14.30
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһында (Киров урамы, 47) адресы буйынса уҙғарыласаҡ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
 
 
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы коллективы үҙенең һәм барлыҡ ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай.
Илде һаҡлау– ул ҡулға ҡорал тотоп көрәшеү генә түгел, йөрәгеңә яҡын нәмәләрҙе баһалау, һаҡлау. Ул үҙенең Ватанын  ғына түгел, замандаштарын, яҡташтарын, киләсәк быуынды яҡлай, халҡы алдында бурысын үтәй.
Беҙ Ватан алдында бурыстарын үтәгәндә һаулыҡтарын юғалтҡан, йәки бала-сағаларҙы һәм ҡарт-ҡороларҙы ҡотҡарыу өсөн башын һалғандарҙы– һәләк булғандарҙы, уларҙың батырлыҡтары алдында баш эйеп, иҫкә алабыҙ.
Беҙ бөгөн тыныс тормошта яҡты киләсәк өсөн эшләйбеҙ,хыялланабыҙ, һөйәбеҙ, Ватанды һаҡлаусылар булғанда–һәр саҡ шулай дауам итәсәк.
Беҙ һеҙгә именлек-һаулыҡ, оҙон-оҙаҡ бәхетле, имен-аман ғүмер  юлы теләйбеҙ. Байрам менән!
 
18 февралдә һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған Башҡортостан Республика китапханаһында уҡыусыларҙың йылды йомғаҡлау йыйылышы үтте. Китап һөйөүселәр алдында йыл әйләнәһендә башҡарылған эштәргә китапхана директоры урынбаҫары В.Н. Пантелеева байҡау яһаны. Ул үҙенең сығышында китапты уҡыусыға еткереү, яҡынайтыу өсөн китапхана хәҙмәткәрҙәренең яңынан- яңы алымдар ҡулланыуы, яулаған ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте.
                                 
 Уҡыусылар алдында шулай уҡ “Респект” хоҡуҡи компанияһы координаторы Жбанова Т.А. инвалидтарға һәм
 инвалид балалы ғаиләләргә ҡағылышлы 2014-2015 йылдар ҙағы закондарға һәм индерелгән үҙгәрештәргә күҙәтеү яһаны. 
 Китап уҡыусыларҙы бигерәк тә инвалидтарға һәм инвалид балалы ғаиләләргә ҡағылышлы коммуналь хеҙмәтләндереүгә индерелгән ташламалар ҙур ҡыҙыҡһыну уятты.
Махсуслаштырылған китапхананың китап уҡыусылары исеменән иң актив ҡулланыусы Роберт Гилманшин сығыш яһап, хеҙмәтләндереү сифатын 
тағы ла нығыраҡ яҡшыртыуға йүнәлтелгән теләктәрен белдерҙе. Китап уҡыусыларҙың йыйылыштары шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорецк ҡалаларында БРСБС филиалдарында уҙҙы. Унда ла йыл әйләнәһенә эшләнгән эштәргә байҡ
ау яһалды. Һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған Башҡортостан Республика китапханаһы администрацияһы китап уҡыусыларҙың 
филиалдарҙы хеҙмәтләндереү ысулдарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән теләктәрен иҫәпкә алды, һорауҙарға яуап бирҙе.
 
 
 
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.