Нет аудиозаголовка!!!
Ике йыл элгәре Салауат Низаметдиновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Күп балалы шахтерҙар ғаиләһендә  үҫкән тыумыштан һуҡыр  ауыл малайы күренекле башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Республикабыҙҙың йәштәр өсөн Ғ. Сәләм, халыҡ-ара “Филантроп” һәм Дмитрий Шостакович исемендәге премиялар лауреаты булды.
Үҙенең барлыҡ ғүмерен С. Низаметдинов музыкаға бағышланы. Уның ижад даирәһе ифрат та киң булды: ул опералар ҙа, симфониялар ҙа, романстар ҙа, эстрада йырҙарын да ижад итте, спектакльдәргә, документаль һәм нәфис фильмдәргә  көй ҙә яҙҙы.
1968 йылдан алып ул беҙҙең Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының даими уҡыусыһы булды. Үҙенең тормош юлының һәр мәлендә лә ул донъя хәлдәре менән  ҡыҙыҡһынып торҙо,  һөнәри кимәлен  камиллаштырыуға ынтылды, ижад ҡомары һәр саҡ юғары кимәлдә ине.
Дан яулағас та ул китапханаға һәм үҙенең дуҫтарына бер ваҡытта ла хыянат итмәне, ихлас күңелдән осрашыуҙарға йөрөнө, китап уҡыусылар менән аралашты, кисәләрҙе үҙе алып барҙы. Ошо онотолмаҫ осрашыуҙарҙа музыка уйын ҡоралдарында ихлас уйнаны, йырҙар башҡарҙы, яратҡан авторҙарының шиғырҙарын һөйләне. Китапхананың пианиноһы әле лә уның ҡулдарының йылыһын һаҡлай һымаҡ.
Уҡыусылар уны яраттылар, ғашиҡ булдылар, сөнки ул шул тиклем ихлас, ябай, һәр кем менән ысын күңелдән аралаша ла белә   һәм шул уҡ ваҡытта бик талантлы ла ине. С. Низаметдинов барлыҡ һуҡырҙар һәм насар күреүселәргә, бигерәк тә үҙе ҡасандыр уҡыған 28-се махсус интернат-мәктәп уҡыусылары өсөн тормош өлгөһө булды. Тома һуҡырҙарға һәм ошо интернат-мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләп рельефлы нөктә шрифтлы (Л.Брайль системаһы буйынса) композитор әле үҙе иҫән саҡта уҡ уның “Тәүбә” исемле китабы нәшер ителгәйне. Тауыш яҙҙырыу студияһында уның башҡорт телендәге йырҙары һәм музыкаль  әҫәрҙәре ҡабаттан яҙҙырылып  электрон форматта сығарылды.
Салауат Низаметдинов хаҡындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең уҡыусыларыбыҙ йөрәгендә мәңге һаҡлана һәм улар һәр саҡ ҙур ғорурлыҡ менән уны иҫкә алалар, уға оҡшарға тырышалар, уның миҫалында ауырлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ көс табалар.
 
Виртуальная книжная выставка «Памяти Салавата Низаметдинова» на русском и башкирском языках.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостандың  һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 2015 йылдың 14 июлендә бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандар өсөн сыҡҡан”Надежда”- “Өмөт”исемле журналдың беренсе һанының исем туйы үтте. Был тәүге һан ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарҙың үҙяҙмыштарында яулаған еңеүҙәре, ижади һәләттәре, Рәсәйҙә һәм сит өлкәләрҙә йәшәүселәрҙе реабилитациялау мөмкинселектәре хаҡында тауышландырылған вариантта нәшер ителде.
“Со-единение” фондының яҡынса иҫәбе буйынса Башҡортостанда ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған 80 кеше йәшәй. Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбе алыу буйынса –барыһы ике меңләп кеше бар.
“Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел!”–шундайҡарар ҡабул иткәйнеләр ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарҙы  Рәсәйҙә аяҡҡа баҫтырыуға (реабилитациялауға) арналған халыҡ-ара семинар-форумда.
“Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел, һәр кемдең  уҡырға, үҙ-ара аралашырға, фекерҙәре менән уртаҡлашырға хаҡы бар, мөмкинселеге булырға тейеш,– тине презентацияла үҙенең сығышында махсус китапхана директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы һәм инвалидтарҙы социаль яҡтан яҡлау өлкәһендәге ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Тауышландырылған китаптың презентациялау  аҙағында “Со-единение” фонды тарафынан ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарға  кейемдәр тапшырылды.
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан  Республикаһының З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған Әҙәбиәт йылы эсендә “Изге күңелдән китап” тип аталған акцияны дауам итә. Был сараның маҡсаты–  милли әҙәбиәтте  пропагандалау, йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, йәлеп итеү. Акцияла –  дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселек, ғөмүмән, теләгән  һәр бер кешенең ҡатнашыуы мөмкин. Күпмегә булһа ла  һатып алынған китапты һәр кем балалар йорттарына, мәктәптәргә, дауаханаларға, китапханаларға, хатта күп балалы ғаиләләргә лә бүләк итә ала.
14 июлдә ошо тантаналы сараны дауам итеп  Башҡортостан  республикаһының З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Йәндәүләтов  Илһам Миңлеғәле улы асты. Баш мөхәррир урынбаҫары Олия Анасовна акцияның уңышлы дауам итеүе хаҡындағы  инеш һүҙенән һуң  Республикабыҙҙың  Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминеваға бирҙе.
Был китапхана Башҡортостан “Китап” нәшриәте менән байтаҡ йылдар инде хеҙмәттәшлек итә, унда баҫылған бик күп баҫмаларҙы  мөмкинселектәре сикләнгән, йәки тома һуҡырҙыр өсөн Брайль системаһы буйынса һәм тауышландырылған итеп нәшерләй. Ошо акция сиктәрендә  А. Әминева 28 һанлы махсус интернат-мәктәп уҡыусыларына  тыуған яҡты өйрәнеү өсөн бик кәрәкле “Минең Уралым мең йылдар  аша” тигән 28 сәғәт 43 минутлыҡ тауышландырылған китаптар бүләк итте.
“Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел, һәр кемдең  уҡырға, әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә хаҡы бар, мөмкинселеге булырға тейеш, сөнки китап беҙҙе ҡанатландыра ла, сафландыра ла, йәшәү дәрте лә бирә, оло ҡайғы мәлдәрендә йыуата ла, хатта күңел асыу сараһы ла, шуның өсөн беҙҙең китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яңынан -яңы баҫмаларҙы тауышландырып уҡыусыларыбыҙға ваҡытында тәҡдим итеп торабыҙ,”– тине махсус китапхана директоры.
Коррекцион интернат –мәктәптең директор урынбаҫарҙары Гүзәл Мырҙагильдина һәм Айгөл Килмөхәмәтова был бүләктәрҙе ихлас күңелдән ҡабул иттеләр һәм ҡасандыр Салауат Низаметдиновты тәрбиәләгән уҡыу йортона, унда тәрбиәләнгән мөмкинселектәре сикләнгән балаларға иғтибар бүлгәндәре өсөн, рәхмәттәр әйттеләр.
Шулай уҡ марафонды Республикабыҙҙың милли симфоник оркестры директоры, күренекле скрипкасы Воронин Алексей оло шәхесебеҙ Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған фотоальбомды һәм тағы ла бер нисә  ҡиммәтле китапты Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йортона тапшырҙы.
Был акциянан, әлбиттә, башҡорт шағирҙары ситтә ҡалғаны юҡ. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исменедәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов  та, үҙ нәүбәтендә, “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан тиҫтәгә яҡын китапты һатып алып шулай уҡ 28 махсус интернат-мәктәп уҡыусыларына бүләк итте һәм үҙенең ошо марафонға бағышлап яҙылған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.  Йәштәрҙә, уҡыусы балаларҙа, күп балалы ғаиләләрҙә китапҡа ҡарата иғтибарҙы йәлеп иттереүгә йүнәлтелгән Республикабыҙҙың З. Биишева исемен йөрөткән китап нәшриәте ойошторған был акцияны  эстафета буйынса Республикабыҙҙың Дуҫлыҡ йорто директоры Азат Ибраһимов һәм “Сәнғәт әһелдәре”фонды етәксеһе Әлмира Соломинова ҡабул иттеләр. Күренекле журналист һәм юморист- шағир Марсель Сәлимов киләһе марафонда үҙенең дә ҡатнашырға теләген белдерҙе. Акция дауам итә, әйҙәгеҙ, дуҫтар, берҙәм ҡушылайыҡ, халҡыбыҙ иң күп китап уҡыусы– белемле, мәҙәниәтле, иң талантлы оло шәхестәр үҫтереүсе, тәрбиәләүсе  булып ҡалһын.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
 
Нет аудиозаголовка!!!
10 июлдә Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының Бәләбәй филиалы 15 һанлы урта белем биреү мәктәбенең балаларҙың йәйге ял итеү лагеры администрацияһы менән берлектә Бөтәрәсәй ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнөнә арналған сара уҙғарҙылар.
Әңгәмә барышында балалар был үҙенсәлекле байрамдың Рәсәйҙә 2008 йылдан алып билдәләнгәнен белделәр.
Байрам тарихына килгәндә, Муром ҡалаһында көн иткән Петр һәм Феврония исемле ирле-ҡатынлы ошо икәүҙең бер-береһенә тоғролоғо, саф мөхәббәттәре христандар өсөн һәр ғаиләгә өлгө булып тора, тип иҫәпләнгән.
Ошо сараға арнап махсус китапхананың мөдире Гарипова Лилия уҡыусыларға “Ғаилә йыры”тигән панно әҙерләгән. Балалар үҙ ғаиләләре архивынан фотолар ҡулланып үҙенсәлекле коллаж әҙерләүҙә ҡатнаштылар. Ромашка– аҡ сәскә –ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ билдәһе, тип һанала. Аҡ төҫ–ул сафлыҡ, һары төҫ–ҡояш, ғаилә усағы.
Ромашканы-аҡ сәскәне– боронғо Египет халҡы киң ҡулланған. Боронғо славяндарҙа ромашка ете изге үҫемлектең береһе иҫәпләнгән.
Коллаж эшләгәндә балалар бик тырышып, һәр береһе үҙенсәлекле итеп яһарға тырыштылар.
Балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән коллаждарын атай-әсәйҙәренә бүләк иттеләр.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандар өсөн “Өмөт” исемле тауышландырылған журнал сығара башланы. Журналдың беренсе һанында “Со-единение” фонды президенты Дмитрий Поликанов менән әңгәмә һәм дөйөм темаға материалдар ҙа бирелде.
 “Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел!”–шундай ҡарар ҡабул иткәйнеләр ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарҙы  Рәсәйҙә аяҡҡа баҫтырыуға (реабилитациялауға) арналған халыҡ-ара семинар-форумда. Шулай уҡ ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған пациентка В. Лыженкованың Волоколамск ҡалаһындағы реабилитацион Үҙәк хаҡындағы тәъҫораттары ла бирелгән.
Ваҡтлы матбуғат биттәренән ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған актерҙар ҡатнашлығында Милләттәр Театрында күрһәтелгән “Ҡағылып алыу”спектакленә һәм  үҙенсәлекле театр проектына  арналған мәҡәләләр бар.
Журналыбыҙҙың  киләһе һандарында мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең  сир менән алышта   өлгәшелгән еңеүҙәре хаҡында ла, ижади эштәре, ихтияр көсө, өмөт-хыялдары тураһында ла  мәғлүмәт буласаҡ. Мөмкинселектәре сикләнгәндәр  бер-береһе менән бәйләнештә торалар, ижади төркөмдәр төҙөйҙәр. Һынлы сәнғәт, музыка,театр, кино – һәр өлкәлә улар араһында ижад итеүселәр бар.
Беҙ биргән мәғлүмәт бик файҙалы булыр һәм һәр сирлене, йәки мөмкинселектәре сикләнгәндерҙе, ижадҡа әйҙәп, “Өмөт”лө бер яҡтылыҡ булып торор тип ышанабыҙ.
 Журналыбыҙҙы ҡулланыусыларға “тауышландырылған” китаптар базаһы аша БРСБС сайтынан  алыу мөмкинселеге бар, йәки базаға инә алмаусылар өсөн МРЗ форматында CD – ла эшләнде.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан  Республикаһының З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Әҙәбиәт йылы эсендә “Изге ҡулдарҙан китап” тип аталған акция уҙғара. Был сараның маҡсаты–  милли әҙәбиәтте  пропагандалау, йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, йәлеп итеү. Акцияла –  дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселек, ғөмүмән, теләгән  һәр бер кеше ҡатнаша ала. Күпмегә булһа ла  һатып алынған китапты һәр кем балалар йорттарына, мәктәптәргә, дауаханаларға, китапханаларға, хатта күп балалы ғаиләләргә лә бүләк итә ала.
Был эстафетаны Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил  Ғәетбаев  асып ебәрҙе. Ул “Китап” нәшриәте сығарған баҫмаларҙы һатып алып, Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән күп балалы  ғаиләгә бүләк итте. Күренекле драматург акцияны дауам итергә эстафетаны Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичеваға тәҡдим иткәйне.
23 июндә Т. Бабичева,  үҙ сиратында, эстафетаны М. Ғафури фонды рәйесе Люция Камаеваға һәм күренекле артист, музыкант Радик Динәхмәтовҡа тапшырҙы.
Люция Камаева үҙ нәүбәтендә   һатып алынған китаптарҙы Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһына тапшырҙы.
“Беҙҙең китапхананың һәм мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларыбыҙҙың ошо акцияла ҡатнаша алыуна беҙ ифрат та шатбыҙ,– тине китапхананың директор урынбаҫары Олег Кушнерук.–  Беҙҙең китапхана фондына күп осраҡта Брайль системаһы менән эшләнгән һәм тауышландырылған баҫмалар килә. Бүләк ителгән “Кеше…” тип аталған шиғри йыйынтыҡты беҙ тауышландырылған форматта һуҡыр уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәсәкбеҙ”.
Радик Динәхмәтов  сығышын Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ. Аралбайҙың “Уйлан, бала!” исемле шиғырын уҡыуҙан башланы. Әҙәбиәт йылына арнап, күренекле йырсы “Кеше” тип аталған шиғри йыйынтыҡ нәшер иткән. Был йыйынтыҡты Ҡәҙим Аралбаев мөхәррирләгән һәм ул да акцияға йыйылғандарҙы  ҡайнар сәләмләне.
Радик Биктимерович 13 йылдан ашыу Башҡортостандың Милли оркестрында эшләй, ул эстафетаны Милли симфоник оркестр директоры Алексей Воронинға тапшырҙы. Шулай уҡ һатып алынған китаптарҙы Радик Динәхмәтов Дүртөйлө ҡалаһының балалар йортона бүләк итте.
Үҙенең йомғаҡлау сығышында “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм ошондай сараларҙың киләһе йылдарҙа ла дауам итеүен теләне.
 
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
26 июндә Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы Ишембай район хакимиәте менән берлектә төбәк-ара “Ауыл китапханаһы заман ысынбарлығында”исемле семинар-практикум уҙғарҙы.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева ихлас күңелдән тәбрикләне. Мәҙәниәт Министрлығы һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге китапхана етәкселеге тарафынан иң шәп китапханасыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Эш барышында китапханасыларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылған  һорауҙарға яуап бирелде.
Семинарҙа шулай уҡ Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының директор урынбаҫары Олег Иванович Кушнерук та ҡатнашты һәм үҙенең сығышында мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусылар менән виртуаль аралашыуҙың әлеге ваҡытта сиктәре  киң икәнлегенә баҫым яһаны.
Төбәк-ара семинар- практикум бик уңышлы булды. Был сарала  Башҡортостан Республикаһының Үҙәкләштерелгән китапханаларынан барыһы 70 кеше  ҡатнашты.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Республиканың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының тауышты яҙыу студияһында Мифтахетдин Аҡмулла исемле Башҡорт педагогия университеты менән ике яҡлы килешеү сиктәрендә Минең Уралым быуаттар ашаисемле китаптар серияһы тауышландырылды.
Серияла ошондай әҫәрҙәр:
И.В. Антоновтың Урта быуат башҡорттары. Йыйынтыҡта Урта быуатта башҡорттар хаҡында ғәрәп, фарсы, монгол, төрки, көнбайыш Европа, рус, башҡорт сығанаҡтарына нигеҙләнеп яҙылған мәғлүмәттәр бирелгән.
М. Ф. Обыденовтың һәм Е.А. Кругловтың Волга буйында һәм Уралда йәшәгән халыҡтарҙың хазиналары, байлыҡтары. Төрлө ҡиммәтле, затлы әйберҙәрҙе табыу, хазиналар хаҡында бәйән итә был китап.
В.А. Ивановтың һәм Т.Г. Обыденнованың Боронғо Уралдың рәссамдары. Китапта боронғо дәүерҙә Уралда йәшәгән ырыуҙарҙың һынлы сәнғәте хаҡында һүҙ бара.
В.А. Ивановтың Әхмәт ибн Фаҙландың юлы.Китапта X быуаттың 921-се йылында хәлиф Әд-Муҡтадирҙың Багдадтан Болғар иленә килеү тарихы сағылдырыла.
Был баҫмалар аудиокитап форматында яҙылған (яҙыу форматы МРЗ) яңғырау ваҡыты 28 сәғәт 40 минутлыҡ ике дисктан тора.
Диск тиҙ арала эшкәртелеп Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы фондына һалынасаҡ. Был яҙманы шулай уҡ Һөйләй торған китаптар һаҡлағысыаша китапхананың сайтының ikf- форматы аша алыу мөмкинселеге була.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында Уҡыусыларҙың алтын тауышы серияһында үҙешмәкәр композитор һәм шағир Фәнил Яманаевтың йырҙары яҙылған диск эшләнде.
Май айында был ифрат һәләтле шәхес беҙҙең китапханала сығыш яһап, уҡыусыларыбыҙҙы шатландырғайны инде.
Фәнил Яманаев Мәләүез районы Смаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә яҡты донъяға килә. 1973 йылда, мәктәпте тамамлағас, С.М. Киров исемендәге хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инә. Хәрби хеҙмәткә Төнъяҡ флотты һайлай. 1976 йылдан запасҡа сыҡҡансы Яманаев һыу аҫты кәмәһе-атом крейсерында борт механигы вазифаһында хеҙмәт итә.
Фәнил Яманаев бынамын тигән рәссам да, шағир ҙа, композитор ҙа, йырсы ла, актер ҙа. Ул Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты, Республиканың ғына түгел, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған шоу-программалар, автор йырсылар конкурстарында еңеүсе булды. Ул Салауат батыр, Көнгәктән Парижға тиклем әҙәби-музыкаль композицияларҙың авторы.
2015 йылда, Еңеү көндәре алдынан, Ватанға тоғро хеҙмәттәре өсөн За верность присяге(Антына тоғро булған өсөн) миҙалы менән бүләкләнә. 2010 йылда Мәләүез Мәҙәниәт һарайы эргәһендә Аманат исемле фольклор вокал-инструменталь ансамбль төҙөлә(етәксеһе Г.Т. Ҡарабаева) һәм үҙешмәкәр авторы һәм башҡарыусыһы Ф.С. Яманаев.
Дискта 19 композиция бирелгән. Көйҙәр, шиғырҙар авторы һәм башҡарыусыһы ла Фәнил Яманаев. Диск техник яҡтан эшкәртелгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың һәм уның филиалдарының фондына һалынасаҡ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
23 июндә Рәсәй әҙәбиәтселәре Анна Андреевна Ахматованың тыуыуының 126 йыллығын билдәләнде.
XX быуатта рус әҙәбиәтенең иң күренекле шағирәләренең береһе генә түгел, оҫта тәржемәсе лә, әҙәбиәт белегесе булараҡ та танылған оло шәхес ине ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҙмышы бик аяныслы була: уның тәүге тормош иптәше Николай Гумилев 1921 йылда атып үлтерелә; өсөнсө ире Николай Пунин өс тапҡыр ҡулға алынып, 1953 йылда лагерҙа һәләк була; берҙән бер улы Лев Гумилев 1930-1940 һәм 1940-1950 йылдарҙа бөтәһе ун йылдан ашыу төрмәлә ултырып сыға.
Анна Андреевна Гитлерға ҡарата ғына түгел, Сталинға һәм Черчиллға ҡарата ла күрә алмаусылыҡ тойғоһо кисерә.
1920 йылдарҙа уҡ танылыу тапҡан шағирәның байтаҡ әҫәрҫәре үҙе иҫән саҡта Рәсәйҙә генә түгел, бер генә төбәктә лә баҫылмай, үҙенең вафатынан һуң да тиҫтәләрсә йылдар халыҡҡа барып етмәй. Шулай ҙа ул СССР-ҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә бик танылған шағирә булды.
Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханһы фондында ла Анна Ахматованың әҫәрҙәре күреү һәләттәре насар булған, йәки бөтөнләй күрмәүселәр өсөн төрлө форматтарҙа бар.
Ахматова А. Әҫәрҙәр. 2 томда. (Тауышландырылған).2том. Проза; тәржемәләр. Е. Терновский уҡыуында. ВОС, 1998 йыл.
Ахматова А. Шиғырҙар. (Электрон ресурста) А. Ахматова, М. Цветаева, С. Есенин; театр актерҙары уҡыуында; баш һүҙ Т. Иванова уҡыуында. Өфө, БРСБС, 2008 йыл.
Ахматова А. Шиғырҙар һәм поэмалар. (Электрон ресурста) А. Ахматова. В. Лебедева уҡыуында. МРЗ форматында.
Ахматова Анна. Сәсәмә әҫәрҙәр, тәржемәләр. (Электрон ресурста). А. АхматоваМ. Логосвос, 2013 йыл. МРЗ форматында.
Ахматова А. Көндәлек биттәренән. 28 июль, 1957 йыл. (Электрон ресурста). А. АхматоваМ. Логосвос, 2014 йыл. МРЗ форматында.
Ахматова А. Һайланма әҫәрҙәр. (Брайль шрифты менән). А. Ахматованың шиғырҙары. Брайль буйынса беренсе баҫма.СПб: ВОС уҡыуында, 2014 йыл, 4 китаптан тора.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.