Нет аудиозаголовка!!!

Егерменсе быуатта Рус шиғриәте донъя әҙәбиәтенә байтаҡ алтын бағаналарға тиң исемдәр бүләк итте. Шулар араһында иң сағыуҙарының береһе – Сергей Есенин булды.

Шағирҙың 120 йыллығына бағышлап Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәре Динә Конушкина Өфө ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йортонда шиғриәт байрамы уҙғарҙы.

Байрам барышында бөйөк шағирҙың тормош юлына ла байҡау яһалды, шиғырҙары ла уҡылды, уның һүҙҙәренә ижад ителгән романстар ҙа яңғыраны.

 

2015 йылдың 13 октябрендә Новосибирск ҡалаһының һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус өлкә китапханаһында “ Асыҡ форматтарҙы синтезлау– яңы кимәл кәүҙәләнеше”тигән Бөтәрәсәй инновацион форумы уҙғарылды.

Форумдың төп маҡсаты– яңы технологиялар өлкәһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, улар нигеҙендә китапханалар тарафынан һуҡырҙарға һәм насар күреүселәрғә адреслы ярҙам күрһәтеү.

“Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында нәшерләүҙе үҫтереү юлдары” тигән Onlin-доклад менән Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Айгөл Рафаил ҡыҙы сығыш яһаны.

Ул үҙенең сығышында1996 йылдан алып китапхананың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. 2002 йылда Республиканың Һуҡырҙар йәмғиәте, “Китап” нәшриәте һәм махсус китапхана Брайль системаһы буйынса ҡабарынҡы шрифтлы китаптар нәшерләү буйынса өс яҡлы килешеү төҙөгәйнеләр. Ошо килешеү һөҙөмтәһендә башҡорт һәм рус телдәрендә ике йөҙҙән ашыу китап баҫыла. Һәм шул уҡ 2002 йылдан алып ҡабарынҡы һүрәтле китаптар ҙа сығарыла башланы.

“Башҡортостан бармаҡ остарында” исемле ҡабарынҡы һүрәтле китап 2014 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” номинацияһында диплом яуланы. Шулай уҡ китапханала аудиоформатта диск һәм флешкарталарҙа тауышландырылған “һөйләүсе” китаптар ҙа нәшер ителә. Китапханаға йыл әйләнәһенә төрлөсә нәшерләнгән флешкарталарҙа, Брайль шрифтлы, кассеталарҙа “һөйләүсе”, насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифтлы һәм яҫы баҫмалы 8-10 меңдән ашыу китаптар махсус нәшриәттәрҙән килтерелә.

Китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү буйынса һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн эшмәкәрлеге мәғлүмәти ресурстарҙың һаулыҡтары сикләнгәндергә яҡынайтыу маҡсаты менән ваҡытында тормошҡа ашырыла килә.

 
Халыҡ- ара ғилми – ғәмәли конференция
 
2015 йылдың 6 – 9 октябрендә “Күреү һәләттәре булмаған ҡулланыусыларҙы полиэтник өлкәлә мәғлүмәти яҡтан хеҙмәтләндереү” тип аталған Халыҡ- ара ғилми – ғәмәли конференция уҙғарыласаҡ.
Конференцияны ойоштороусылар Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы.
Конференцияла түбәндәге һорауҙар ҡараласаҡ:
·        Информатизация үҫеше барышында һәм полиэтник өлкә арауығы формалашыуында һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларҙың роле;
·        Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең үҫә барған этно-мәҙәни ихтияждарын ҡәнәғәтләндереүҙә махсус китапханаларҙың роле.
·        Күреү һәләттәре булмағандарға (һуҡырҙарға) Рәсәй һәм бөтә донъя халыҡтарының милли-мәҙәни байлығын туплау, һаҡлау һәм аңлайышлы форматта еткереү;
·        Махсус китапхана бәйләнештәр булдырыу һәм төрлө милләт вәкилдәре араһында ижади- мәҙәни йәмғиәт ойоштороу өсөн уңайлы осрашыу майҙаны;
·        Халыҡ-ара һәм өлкә-ара китапханалар хеҙмәттәшлегендә күреү һәләттәре насарайған ҡулланыусылар өсөн күп форматлы баҫмалар;
·        Һаулыҡтары булмағандарҙы ижтимағи-мәҙәни яҡтан аяҡҡа баҫтырыу һәм уларға музей саралары менән ҡулланыу мөмкинселеген булдырыу.
Конференция эшендә Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан, сит өлкә һәм илдәрҙән инвалид уҡыусылар менән эшләүсе махсус китапхана белгестәре ҡатнашасаҡ.
Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға теләктәрен белдерҙеләр:АҠШ-тың Колорадо университеты аспиранты Эбигейл Стенгл; Чехияның Брно ҡалаһы Техник музейының һуҡырҙар тарихының документация бүлеге мөдире Элишка Глуши; Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса урынбаҫары, философия фәндәре докторы, профессор. Рәсәй дәүләт һуҡырҙар китапханаһы директоры урынбаҫары Елена Васильевна Захарова педагогия фәндәре кандидаты; Рәсәйҙең бөтә өлкәләренән дә тиерлек Һуҡырҙар өсөн махсус китапханалары директорҙары һәм хеҙмәткәрҙәре (Архангельск, Екатеринбург, Киров, Ырымбур, Сахалин Утрауы, Пермь, Татарстан Республикаһы, Тверь, Саха-Якутия Республикаһы, Ульяновск, Силәбе һ.б.). Шулай уҡ конференция эшендә Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Удмуртиянан, Ростовтан һәм Хабаровскиҙан белгестәр ситтән тороп ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.
Конференция Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының 80 йыллығына арнала.
Уҙғарыу урыны:                                                        7 октябрҙә
Конференцияның пленар өлөшө – “Башҡортостан” дәүләт концерт залының бәләкәй залында, Ленин урамы, 50.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү иртәнге сәғәт 10-да, пленар өлөшө сәғәт 11-ҙә башлана.
8 октябрҙә
1-се секция– Республикабыҙҙың хәрби Дан музейында, Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7.
2-се секция–Ш. Хоҙйбирҙин исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһы, һуҡырҙар һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн 28-се һанлы Өфө ҡала интернат-мәктәбе.
Бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәт: сайт БРСБС: www.brsbs.ru
Йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу буйынса директор урынбаҫары Олег Кушнерук.
8 (347) 273 62 38, ya.okpr2013@yandex.ru
 
 
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар  өсөн махсус китапханаһының сайтында “Мин симфония тыңлар инем” тигән яңы бүлек барлыҡҡа килтерелде. Был проект Башҡортостан Главы гранты эсендә һуҡырҙар китапханаһы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән бергә тормошҡа ашырҙы.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн китапханаһы– ул мөмкинселектәре сикләнгәндәргә берҙән-бер махсуслаштырылған китап йорто һәм һаулыҡтары булмаған граждандарҙың берҙән-бер мәғлүмәт алыу урыны булып тора. Был проектты тормошҡа ашырыу – информацион технологияларҙың яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен раҫлай.  Күреү һәләте насар булған, йәки тома һуҡыр уҡыусыларыбыҙ өсөн айырым алынған китапхана менән генә түгел, ә бөтә төр китапханалар аша мәғлүмәти яҡтан хәбәрҙәр булырға мөмкинселек бирә.
Тыңлаусыларҙың иғтибарына Башҡортостан Республикаһының күренекле композиторҙарының әҫәрҙәре Милли симфоник оркестр башҡарыуында (дирижеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов) бирелә. Көйҙәр оркестрҙың тауыш яҙҙырыу студияһында атҡарылған(тауыш режиссеры– Г. Каретников). Сайтта башҡорт композиторҙарының  музыкаль әҫәрҙәре тестлы 30 секундлы итеп бирелгән. Уларҙы МРЗ ябай форматта тыңларға мөмкин. Әгәр ҙә һеҙҙе ниндәйҙер музыка ҡыҙыҡһындыра икән, уны LKF- форматында өйҙә тифлофлешплеерҙә тыңларға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһының “Һөйләүсе” сайты китапхананы асыҡ итеп  һәр потенциаль ҡулланыусыға барып етерлек итеп эшләй. Был инде “Һәр кемгә–мәғлүмәт” проектын тормошҡа ашырыуҙың бер төрө булып тора.
 
16-17 сентябрҙә Хабаров өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Хабаров өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында
“Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе социаль-мәҙәни яҡтан реабилитациялау: хәл итеү һәм киләсәккә бурыстар ” тигән темаға китапхана ойошторолоуҙың 50 йыллығына арналған Бөтәрәсәй  ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.
Конференцияла Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Аминева Айгөл Рафаэль ҡыҙы ла ҡатнашты.
Был сара Хабаровск ҡалаһында ойошторолоп уның эшендә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән мәҙәниәт, йәмғиәт, мәғариф өлкәһенән 90 ашыу вәкил булды. Конференция барышында  инвалидтарҙы  социаль яҡтан яҡлауҙа техник яңылыҡтарҙы ҡулланыу мөмкинселектәре ҡаралды.
Конференцияның пленар көнөндә электрон пандустарҙы ҡулланыу, инвалид балаларҙы ситтән тороп уҡытыу, мәҙәниәт учреждениеләрен инвалидтарға яҡынайтыу мөмкинселектәре һәм тифлоаңлатмалы фильмдарҙы күрһәтеү һорауҙары ҡаралды.
Конференция эсендә 17 сентябрҙә Хабаровск өлкә махсус китапханаһының юбилейына арналған тантаналы сара ла уҙғарылды.
 
Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Мостай Кәримдең драмаһы  буйынса төшөрөлгән тифлоаңлатмалы  “Ай тотолған төндә”  фильмын күрһәтеү буласаҡ.
Мостай Кәрим тарафынан 1963 йылда яҙылған драма Рәсәй һәм донъя сәхнәләрендә йөҙҙәрсә тапҡыр ҡуйылды һәм халыҡ тарафынан бик яҡшы ҡабул ителде. 1967 йылда ошо әҫәре өсөн авторға К. С.  Станиславский исемендәге РСФСР премияһы тапшырылды.
Фильмда Иннокентий Смоктуновский уҡыуыуында  XYII быуат төркмән шағиры Мәхтүмҡолойҙың шиғыры һәм XI  быуат әрмән шағиры Григора Нарекациҙың “Йыр башҡарыу китабы”нан өҙөктәр яңғырай.
 Пьеса нәфис фильм төшөрөүгә нигеҙ булып тора. Уны ҡаҙаҡ режиссеры Барас Халзанов 1978 йылда Свердловск киностудияһында төшөрә.
Ваҡиға XYII быуатта башҡорт йәйләүендә бара. Боронғо ырыуҙың башында аҡыллы һәм төплө фекерле байбисә Тәңкәбикә тора. Уның тормош маҡсаты– ғаилә  усағын һаҡлау һәм  кесе улы Ишмырҙа, уртансы улы Аҡйегет, өлкән улы Йылмырҙа хаҡында ғына ҡайғыртыуҙа түгел, ырыу ҡанундарына тап килтереп йәшәүҙә лә. Тәңкәбикәнең йәшлек гөнаһ емеше Диуана ла уның йөрәк ҡылдарын әленән-әле зымбырҙатып тора. Әсә аҡылға бер төрлөрәк улы Диуананың үҙенең балаһы икәнен ырыуҙаштарынан йәшерергә мәжбүр,  ул эстән ут йотоп йәшәй.
Йәйләүҙә барыһы ла үҙ сираты менән дауам иткәндәй тойола. Бына тиҙҙән Аҡйегет  һөйгәне Зөбәржәткә өйләнәсәк, һуғыштан Йылмырҙа ҡайтып төшөргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байбисәнең улы һуғышта һәләк булыуы хаҡында ғына хәбәр еткерәләр. Ырыу ҡанундары буйынса һәләк булған улының ҡатыны Шәфәҡте Аҡйегет үҙенә кәләшлеккә алырға тейеш, ә Зөбәржәтте әле бәлиғ булмаған Ишмырҙаға бирергә ҡарар итәләр. Аҡйегет менән Зөбәржәт ырыу ҡанундарына буйһонорға теләмәйҙәр, ошо уҡ көндө Ай тотола һәм ике бер-береһен һөйөшкән йәштәрҙе ырыуҙан ҡыуалар.
Фильмдә Тәңкәбикә ролен Гөлли Мөбәрәкова башҡара. Фильмға тифлоаңлатма “Миңә киноны һөйлә” проекты сиктәрендә эшләнде. Теләүселәрҙең барыһын да 30 октябрь көндөҙгө сәғәт 14.00 Өфө ҡалаһы, Киров урамя, 47  адресы буйынса фильмды ҡарарға саҡырабыҙ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 

Список публикаций за 2015 год

 
Акулова, Г. Гранты достойным [Текст] : на тат. яз. / Акулова, Г.  // Кызыл тан. - 2015. - № 41. - С. 2. [Об учреждениях культуры, получивших гранты главы Республики Башкортостан, в том числе и о Башкирской республиканской специальной библиотеке для слепых].
Undefined
Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы компьютер буйынса белемдәрен камиллаштырырға теләүселәр өсөн бушлай курстар ойоштора.
Уның программаһы:
Персональ компьютерҙың архитектураһы
WINDOWS- тың операцион тирә-йүне
Документтарҙы текстовый редактор MS WORD-та мөхәррирләү
Интернет ярҙамында эш урынын автоматлаштырыу, электрон почта булдырыу
Компьютерҙың хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү
Техник яҡтан хеҙмәтләндереү
Уҡытыу режимы: аҙнаһына 2 тапҡыр шишәмбе, йома көндәрендә сәғәт 15.00 -17.00 тиклем.
Уҡыу төркөмдәр тупланғас башлана.
Беҙҙең адрес:
450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 һанлы йорт.
Телефондар: (347) 272-70-14.
E-mail:abonement@ufamts.ru-абонемент
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында ҡабарынҡы нөктәле һәм ҡабарынҡы һүрәтле “Халыҡ ынйылары. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады” исемле сираттағы уҡыу әсбабы  нәшер ителде. Китап насар  күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт менән дә, бөтөнләй күреү һәләте булмағандар өсөн ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифты менән дә нәшерләнгән. Был әсбап  2014 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында дипломға лайыҡ булған “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән серияны тулыландыра.
Башҡорт халыҡының ауыҙ-тел ижады ифрат та бай. Халыҡ ижадында боронғо башҡорттарҙың тирә-яҡ мөхиткә  ҡарашы,  тәбиғәткә бәйле йола байрамдары, уй-хыялдары, аҡылы тупланған. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләренең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙәге роле ифрат та ҙур.
Был баҫмала башҡорт халыҡ эпосы, уның төрҙәре  хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, ҡобайырҙар, әйтемдәр, йырау, мәҡәлдәр, йомаҡтарҙың өлгөләре бирелгән. Ҡабарынҡы һүрәттәр ҡайһы бер йомаҡтарҙы сисергә мөмкинселек бирәсәк.
Был йыйынтыҡты махсус уҡыу йорттарында тыуған яҡты өйрәнеү һәм әҙәбиәт дәрестәрендә киң ҡулланырға мөмкин.
Фәрзәнә  Ғөбәйҙуллина тәржемәһе
 
Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә – терроризмға ҡаршы Берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көн 2004 йылда  Төнъяҡ Осетияның Беслан  ҡалаһындағы фажиғәғә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар, уның иң кесеһенә– 6 ай ғына ине.
4 сентябрҙә Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Беслан ҡорбандарын иҫкә алып май шәмдәре яндырҙылар,бер минутҡа тын ҡалдылар һәм “Терроризмға нисек ҡаршы көрәшергә була?”– тигән һорауға яуап бирҙәләр.
Илебеҙҙә терроризмға юл ҡуймаҫ өсөн төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ йәшәргә, бер- береһенә түҙемлелек, һәр кемдең диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына ҡарата ихтирамлы  булырға тейеш, тигән фекергә килде уҡыусылар.
Сараның  аҙағында Башҡортостан киностудияһы эшләгән тауышландырылған аңлатмалы “Һунарсы улы” һәм “Иҫәр Бүре” тигән мультфильмдәр ҡаранылар.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.