Нет аудиозаголовка!!!
23 август Рәсәй киноһы көнөнә, кинематографистарҙың һәм уларҙы һөйөүселәрҙең профессиональ байрамына ҡарата махсус китапханала "Улар тыуған ил өсөн һуғышты" тифлокомментарийлы фильм күрһәтеләсәк. Фильс Михаил Шолохов әҫәре буйынса режиссёр Сергей Бондарчук тарафынан төшөрөлгән. 
Уҡыусылар Сталинград алышының тарихи мәғәнәһе тураһында беләсәк. Китапханасылар герой ҡаланы яҡлауҙа башҡорт хәрбиҙәренең индергән өлөшө тураһында һөйләйәсәк. 
Сара 14:00 башлана. 
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47."Витамин заводы" туҡталышы.

 

22 август махсус китапханала "Рәсәй күңеле уның символдарында" тарихи калейдоскоп үтәсәк. Сара Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арнала. 
Рәсәй дәүләт флагы XVII-XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр ул  "Бөркөт" хәрби кораблендә күтәрелә. 
Китапханасылар ҡунаҡтарға дәүләт символдарының барлыҡҡа килеү тарихы, уның үҙгәреше тураһында һөйләйәсәк. Совет шағирҙарының флаг тураһында шиғырҙары яңғыраясаҡ. Теләүселәр викторинала ҡатнаша ала. 
Сара Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса, 15:00 сәғәттә башлана.
Махсус китапхана абонементы ҡунаҡтары иғтибарына "Рәсәй флагы тарихы - дәүләт яҙмышы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
1941 йылдың 22 авгусы - Рәсәй тарихында иҫтәлекле дата. Сирек быуат элек рәсми рәүештә Рәсәй флага раҫлана. Был ваҡиға илебеҙ үҫешендә ҙур үҙгәрештәрҙе символлаштыра. Рәсәй триколоры - иң мөһим милли символдарҙың береһе. Ул Бөйөк Рәсәйҙе һынландыра, халҡыбыҙҙы берләштерә, батырлыҡҡа әйҙәй, матур киләсәккә ышанысты нығыта. 
Илебеҙҙең билдәле көндәре флаг күтәреүҙән башлана. Ул бейек тау баштарында елберләп тора, Ватан һаҡсыларына, спортсыларға көс бирә, патриотизм һәм Тыуған илгә һөйөү хисе тәрбиәләй. 
1668 йылдың 9 апрелендә Петр I атаһы, Алексей Михаил улы беренсе тапҡыр аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәрҙәге флагты раҫлай, ә 1705 йылда Петр I был триколорҙы Рәсәйҙең сауҙа флотына тапшыра. 
Аҡ төҫ таҙалыҡты, камиллыҡты, күк төҫ - ышаныс һәм тоғролоҡто, ҡыҙыл - көс, Ватаныбыҙ өсөн түгелгән ҡанды аңлата. 
Тәҡдим ителгән күргәҙмәлә дәүләт тарихы, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы тураһында китаптар бирелә. 
Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

КОНСТИТУЦИЯ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ [Шрифт Брайля] : Принята 12 декабря 1993 г. — Уфа : БРСБС, 2000 .— 1 кн. — ПЕРЕПЕЧ.: НОВОСИБИРСК: ОБЛ. Б-КА ДЛЯ НЕЗРЯЧИХ И СЛАБОВИДЯЩИХ.

Карамзин, Николай Михайлович.

История государства Российского. В 12 т. Т. 5 [Текст Брайля] / Н.М. Карамзин .— М. : МИПО РЕПРО, 2007 .— 8 кн. — Перепеч. : М.: Наука, 1993 

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Конституция Российской Федерации [Электронный ресурс] : офиц. текст., принята 12 дек. 1993 г. / ; Читает И. Прудовский .— М. : АРДИС, 2006 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 2 ч 41 м.- Формат МР3 .— (Юридическая библиотека) .— С изд.: Айрис-Пресс, 2005

Конституция Российской Федерации [Электронный ресурс] : принята 12 дек. 1993 г. с поправками от 30.13.2008 г., 05.02.2014 г. / ; чит. М. Росляков .— М. : Логосвос, 2014 .— 1 фк. (2 ч 22 м 14 с).

Конституция Российской Федерации [Электронный ресурс] .— М. : Логосвос, 2015 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 6.

Карамзин, Н.

«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:

ИСТОРИЯ ГОСУДАРСТВА РОССИЙСКОГО [Звукозапись]. Т. 1-3 / Н. Карамзин ; чит. Е. Терновский .— М. : ЦП УПП МГП ВОС, 1989 .— 8 мфк(29ч 33м 54с): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: Москва. - 1988. - №1-7.

Карамзин, Н.М.

ИСТОРИЯ ГОСУДАРСТВА РОССИЙСКОГО [Звукозапись] : Т.7-12 / Н.М. Карамзин ; чит. В. Самойлов .— М. : Логос ВОС, 1990 .— 15 мфк(57ч 33м 32с): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: Москва. - 1989. - № 4-12.

Шубинский, С.Н.

Петр 1 и его время [Звукозапись] : истор. повесть / С.Н. Шубинский ; чит. О. Федоров .— СПБ. : Вира-М, 2004 .— 5 мфк.: 4,76 см/с, 2 дор. — С изд: М.: Скиф-Алекс, 1994.

Плоско-печатные издания:

Конституция Российской Федерации [Текст] : официальный текст .— М. : Омега-Л, 2009 .— 39 с

9 август махсус китапханала "Тыуған ерем халҡы" этнографик круизы үтте. Сара Халыҡ-ара төп халыҡтар көнөнә арналды. 
Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө дин тотҡан, көнкүреше һәм йолалары менән айырылып торған халыҡтарҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. 
Ҡунаҡтар Башҡортостандың күп милләтле халыҡтарҙың йолалары менән танышты. Республикала йәшәүсе халыҡтарҙың үткәненә сумды. 
Сара аҙағында "Ҡурай" башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса йәнһүрәт күрһәтелде.
Рәсәй - төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө дин тотҡан, көнкүреше, мәҙәниәте, йолалары менән бер-береһенән айырылып торған төрлө халыҡтар иле. Рәсәй иленең көсө лә халыҡтар араһындағы ныҡлы дуҫлыҡта. Бер-береңде яҡшы аңлау өсөн башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡағылыу мотлаҡ. 
9 август, Халыҡ-ара донъя төп халыҡтар көнө, махсус китапханала этнографик круиз үтәсәк. Сәйәхәт беҙҙең йәмле Башҡортостан Республикаһы буйлап барасаҡ. 
Китапханасылар байрам тарихы, республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге, уларҙың тарихы һәм йолалары, халыҡ һөнәрҙәре һәм фольклоры тураһында һөйләйәсәк. Башҡортостан халыҡтарының әкиәттәре һәм легендалары яңғыраясаҡ. Сара аҙағында "Ҡурай тураһында әкиәт" йәнһүрәте күрһәтеләсәк. 
Сара 15:00 башлана. Адресыбыҙ: Өфө, Киров урамы, 47.
Федераль медик-биология агентлығы, һөйәк мейеһе донорлығын үҫтереү һәм популярлаштырыу сиктәрендә Рәсәй территорияһында үҙ теләге менән донор булыу программаһын үткәрә. Проект уҡытыусылар йылына бағышлана һәм Регистр базаһына саралар ярҙамында донорҙар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ойоштороусылары: ФМБА, ҡан донорлығы буйынса Координация советы, "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү милли фонды", "Милли футбол лигаһы" профессиональ футбол клубы ассоциацияһы. Бөтә Рәсәй донорлыҡ марафоны 1 сентябрҙан 10 ноябрға тиклем Рәсәй Федерацияһының 72 ҡалаһында тормошҡа ашырыласаҡ. Өфөлә 20 сентябрь планлаштырылған. 
Тулыраҡ мәғлүмәт: http://vtorayazhizn.pro/

 

1 август махсус китапханала "Онотолған һуғыш юҡ, онотолған геройҙар юҡ" тарихи сәғәте үтте. Сара Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арналды. 
Сара барышында китапханасылар Беренсе донъя һуғышының тарихы, төп ваҡиғалары тураһында һөйләнеләр. 
Рәсми официаль дата 2013 йылдың 1 авгусынан алып билдәләнә. Был һуғыш миллионлаған кеше ғүмерен өҙә һәм донъяның  сәйәси картаһын үҙгәртә: дүрт империя ҡолатыла, яңы дәүләттәр барлыҡҡа килә. Европала башланған һуғыш яйлап Алыҫ һәм Яҡын Көнсығышты, Африканы, Атлантик, Тыныс, Төньяҡ Боҙло һәм Һинд океанын биләп ала. Рәсәй Беренсе донъя һуғышында 2 миллион кешеһен юғалта, 3 миллионы әсиргә алына, ябай халыҡтан 1 миллионға барып етә. Фронтҡа үҙ теләге менән рәссамдар, яҙыусылар һәм шағирҙар китә. 
Уҡыусылар һәм китапханасылар Көмөш быуат шағирҙарының шиғырҙарын иҫкә алдылар.
Махсус китапханала Владимир Короленконың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған әҙәби сәғәт үтте. Владимир Галактион улы Житомир ҡалаһында 15 июль донъяға килә. Гимназияла уҡыу Житомирҙа башлана. И. Тургенев прозаһы, Н. Некрасов шиғриәте, Н. Добролюбов мәҡәләләре Короленконы әҙәбиәткә алып килә. 1871 йылда гимназияны көмөш миҙалға тамамлай һәм Петербург технологик институтҡа уҡырға инә. Әммә аҡса етмәгәнлектән уҡыуын ташлай һәм эшкә төшөргә мәжбүр була. Корректор һәм чертежник булып эшләй. Әҙәби сәғәт барышында ҡатнашыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Трансляция Бәйләнештә платформаһында.
Нет аудиозаголовка!!!
31 май китапхана эшләмәй. Китапханала санитар көн. 
Администрация.
 
 
Махсус китапханала "Тойғолар донъяһы" библиотерапевтик тренинг үтте. 
Тренингта ҡатнашыусылар махсус китапхана психологы ярҙамында парлашып та, индивидуаль рәүештә лә үҙ өҫтөндә эш алып барҙылар. Практик эш эмоциялар менән эшләүгә, социаль компетенцияны киңәйтеүгә йүнәлтелде.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.